Авдеевка беҙҙеке! Ил Президенты Владимир Путин Донецк халыҡ республикаһының Авдеевка ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан ғәскәрҙәрҙе тәбрикләне. Алғы һыҙыҡта Башҡортостан полктары ла бар ине. Оҙайлы ваҡыт арауығында Рәсәй һалдаттары үтә лә нығытылған дошман районын штурмда тотто. 2014 йылдан алып Украина ҡораллы көстәре биләмәне бирелмәҫ ҡәлғәғә әйләндергән. Шулай ҙа улар Рәсәй ғәскәрҙәре баҫымына ҡаршы тора алманы. Авдеевканы алыу Рәсәй ҡораллы көстәренең иң ҙур еңеүе. Ун йыл эсендә Украина боевиктары ҡаланы нығытып, 14 саҡырым алыҫлыҡта уста кеүек кенә күренеп ятҡан Донецкты утта тотҡан. Әле Авдеевка аҫтында көрәш дауам итә. Украина ҡораллы көстәренең һуңғы подразделениелары урынлашҡан Кокс-химия заводы подвалдары тулыһынса таҙартылып, дошман ғәскәрҙәре Ласточкино ҡалаһына табан күсенде. Боевиктарҙың нығытылған яңы урындарында авиация эшләй. Авдеевканы алғас та Владимир Путин ҡаланы штурмлауҙа ҡатнашҡан һалдаттары ҡотланы. Улар араһында Башҡортостан офицерҙары һәм мобилизацияланған яҡташта
