Быйыл дүртенсе тапҡыр “Тамға” конкурсы ойошторола. 1 марттан алып башҡорт милли кейеме оҫталары араһында үткәрелгән “Тамға” конкурсында быйыл ҡатнашырға теләүселәр ғариза бирә ала. Проектта милли кейем тегеүселәргә, реконструкторҙарға, костюм буйынса рәссамдарға, дизайнерҙарға, кейем тегеү ательеларына, профилле вуздар студенттарына ҡатнашырға мөмкин. Конкурс биш этапта бара: – беренсеһе – ғаризалар ҡабул итеү – 1март–1 май; – икенсеһе – һайлап алыу туры, 6-7 май; – өсөнсөһө – конкурс эштәрен яҡлау, 10-12 май; – дүртенсеһе – финалсыларҙың конкурс эштәре менән студиялағы фотосессияһын ойоштороу, 11-12 май; – еңеүселәрҙе бүләкләү, кейемдәрҙе күрһәтеү – август айы. Быйылғы номинацияларҙы атап китәйек. “Башҡорт милли кейеме – реконструкция” өс йүнәлештә була: “Ирҙәр кейеме”, “Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме”, “Оҫталар ғаиләһе”. “Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары – реконструкция” – ике йүнәлештә: “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең аяҡ кейеме”, “Традицион кейем аксессуарҙары”. Шуныһын айырып билдәл