Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Минең бизнесым"дың мобиль офистары эше тергеҙелә

2024 йылдың 1 мартынан «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың «Минең бизнесым» үҙәге күсмә мобиль офистарҙың эшен тергеҙә башлай. Иҫке Собханғол ауылында был көндө Бөрйән һәм Әбйәлил райондары эшҡыуарҙары өсөн консультация үткәреләсәк. Былтыр күсмә ҡабул итеүҙәрҙә 177 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 40 үҙмәшғүл һәм 133 физик берәмек ҡатнашҡан. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, консультациялар барышында финанс ярҙам саралары эшҡыуарҙарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: льготалы шарттарҙа займдар, лизинг продукттары, субсидиялар, шулай уҡ «Минең бизнесым» үҙәге менән планлаштырылған белем биреү һәм акселерация программалары. Күсмә сараларҙың графигы менән түбәндәге һылтанма буйынса: https://cmbrb.ru/upload/iblock/c00/6dhfaqiuqozyuuq7thtpf5phxrge07k6.pdf, шулай уҡ ҡыҙыу бәйләнеш телефоны буйынса танышырға мөмкин: 7 (347) 224-99-99. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23132/