Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Пониҙар талымһыҙ ҙа, сыҙамлы ла”

Быйыл “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә Учалы районы данын Сәфәр ауылы яҡлай. Меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдың данлы тарихы бар. Бында элек-электән игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, һәр саҡ мәктәп, мәсет булған, ҡасандыр һыу тирмәне лә эшләгән. Сәфәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант, Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Совет» колхозы комбайнсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәким Мөхөтдинов кеүек шәхестәре менән дан тота. Шулай уҡ бында билдәле шағир, ғалим, журналист Сабит Суфиянов (Әбүс), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағирә, яҙыусы Әҡлимә Сафина, шағирә, педагог, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Рәмзилә Хисаметдинова тыуып үҫкән. Бөгөн дә Сәфәрҙә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр йәшәй. Бигерәк тә уңған ғаиләләре менән данлы сәфәрҙәр. Шундайҙарҙың береһе – Фирүзә һәм Илнур Хисмәтовтар. Әйткәндәй, тап улар тәрбиәләгән пониҙарҙа ауыл балалары күптән түгел “Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә үткән “Аҡман-тоҡман уйындары” сараһында ярышҡан. Бәйге фотолары республика матбуғаты майҙандарында ла яҡтыртылды һәм күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Эшһөйәр ғаиләлә киләсәктә терәк булырлыҡ өс баһадир ул үҫә. Гөрләтеп йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр, ихата тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ауылыбыҙҙың халҡы һоҡланып, хөрмәт менән ҡарай уларға. Йорт хужаһының һирәк шөғөлө лә бар: ул, шулай уҡ, пони үрсетә. Был эшкә ҡыҙыҡһынып китеп, бер йыл элек тотонған. Әйтеүе буйынса, тәүҙә бер пониҙы улының тыуған көнө уңайынан бүләк итеп алған. Унан талымһыҙ, ыңғай холоҡло, сыҙамлы малҡай оҡшап киткән һәм уларҙы икәү итеп ебәргән. Ғөмүмән, Илнур Хисмәтов улдарында аттарға ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, киләсәктә уларҙың ат спорты ярыштарында алдынғы рәттә булыуҙарына һис шикләнмәй”, – тип яҙа Хисмәтовтарҙың ауылдашы, Сәфәр ауыл советында ер белгесе булып эшләүсе Әлмира Ғәзизова. Хисмәтовтар ғаиләһенә һаулыҡ, именлек, балалар шатлығы ының ихтибарҙарына ҡыуанып тыныслыҡта оҙон - оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Г. Балтабаева. Фото, видео: А. Ғәзизова, Э. Моратшина.