Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 26 февралдән 1 мартҡа тиклем һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) операторҙарын уҡыта. Уҡытыу саралары Өфө Белорет, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларында һәм Мәсәғүт ауылында үтәсәк. 15, 16, 17 мартта Президент һайлауында Башҡортостанда бөтәһе 305 һайлау бюллетенен эшкәртеү комплексы ҡулланыласаҡ, шул иҫәптән 190 – КОИБ-2010 һәм 115 – КОИБ-2017. Уҡытыу лекция һәм практик өлөштө үҙ эсенә ала. Дәрестәр барышында һайлау комиссиялары ағзалары КОИБ мөмкинлектәре, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, мәҫәлән, электр энергияһын һүндергәндә комплекстың эш үҙенсәлектәре менән таныша, шулай уҡ бюллетендәрҙе ҡабул итеү һәм йомғаҡлау протоколын баҫтырыу өсөн КОИБ-ты һынап ҡарай. Участка һайлау комиссияларының бөтәһе 610-ға яҡын ағзаһын уҡытыу планлаштырыла. Һөҙөмтәләр буйынса уларҙың һәр береһе КОИБ операторы сертификатын аласаҡ. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom