Нефтекама ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһында 2023 йыл йомғаҡтарына арналған “Йыл йомғаҡтары: тормошҡа ашырылған пландарҙан яңы идеяларға” семинары үтте. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы эшенең төп күрһәткестәре тураһында статистик мәғлүмәттәр килтерелде, шул иҫәптән халыҡты хеҙмәттәр менән солғап алыу, китапханаларға йөрөүҙәр, китап сығарыу, үткәрелгән саралар һаны. Шулай уҡ китапхана фондына анализ яһалды, уның барышында ағымдағы йылда белешмә, художестволы, балалар өсөн баҫмалар һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре һатып алыныуы билдәләнде. Уҙған йыл “Пушкин картаһы” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ярайһы уҡ һөҙөмтәле булды: 87 сара уҙғарылған һәм дүрт меңдән ашыу билет һатылған. Нефтекаманың 60 йыллыҡ юбилейын да билдәләмәй ҡалдырып булмай, уға китапхана системаһы сайтында ҡаланың тарихы һәм урындағы авторҙар тураһында мәғлүмәт менән махсус бүлек әҙерләнгән, шулай уҡ ҡаланың урамдары менән танышыу өсөн izi.TRAVEL сервисын файҙаланып аудиогид булдырылған.