Тоҡомло сусҡа етештереүселәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына йомғаҡ яһаны (национальный проект “Производительность труда”). “Өфө селекция-гибрид үҙәге” ойошмаһы Волга буйы һәм Урал федераль округтарының малсылыҡ комплекстарын һәм хужалыҡтарын эре аҡ, ландрас һәм дюрок тоҡомло сусҡаларҙың тоҡомо менән тәьмин итә. Ярты йыл дауамында үҙәк белгестәре республиканың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Компетенциялар үҙәге эксперттары етәкселегендә һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре, карталаштырыу, производствола 5С буйынса тренингтар үткәрҙе. Был осраҡта үҙәк хеҙмәткәрҙәр етештереүҙе 12 процентҡа арттырған. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәтенең беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, бының арҡала етди сығымдарһыҙ әҙер продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә мөмкинлек сыҡты. Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре ярҙамында предприятиела 20-нән ашыу үҫеш нөктәһен асыҡлау, шул иҫәптән кешеләр һәм малдар өсөн хәрәкәт маршруттарын билдәләү мөмкин булған. Дөйөм алғанда, һаҡсыл технологияларға предприятиеның 25 хеҙмәткәре өйрәтелгән, ике тренер әҙерләнгән. Тиражлау өсөн киләһе майҙан итеп үҫтереү биләмәһе һайланған. Фото: ГТРК “Башҡортостан”.