“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се мәктәбендә асылған “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилдәр белем биреү үҙәгендә төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр ойошторолған. Уҡыусылар дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй, төрлө конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнаша. Февралдә үҙәктең “Ижади оҫтахана”һында эш ҡайнай. Балалар ҡырҡа, йәбештерә, буяй, яҙа. Шул рәүешле ҡотлау открыткалары барлыҡҡа килә. Сөнки февралдә ғәҙәттәгесә хәрби-патриотик айлыҡ үтә, шуға ла ул ваҡиғаларға бай. Улар бөтәһе 200-ҙән ашыу открытка яһаған. 1-11-се класс уҡыусылары открыткалар әҙерләүҙә ҡатнашты һәм һалдаттарға изге теләктәрен еткерҙе. Һәр бала был эшкә үҙ күңеленең бер өлөшөн һалды. Бүләктәр матур һәм байрамса килеп сыҡты. Балаларҙың тырышлыҡтары бушҡа үтмәйәсәк, уларҙың күңел йылыһы һалдаттарға ла барып етәсәк. “Ай башында бөтә ил буйлап “23 февралгә һалдатҡа открытка” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Уҡыусыларыбыҙ ҙа ошо акцияға әүҙем ҡушылды. Гуманитар ярҙам менән бергә открыткалар һәм хаттар ебәрҙек. Артабан “Зарница”, “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурстары, хәрби-патриотик йырҙар смотры үтте. Был сараларға МХО-ла ҡатнашыусылар, Афған һуғышы ветерандары саҡырылғайны. Улар өсөн дә открыткалар әҙерләнде. Әлбиттә, уҡытыусы ир-егеттәребеҙ тураһында ла онотманыҡ”, – тине түңәрәк етәксеһе Эльзидә Ғарипова.. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.