“Башҡортостан өс йыл рәттән Рәсәй Сәнәғәт-сауҙа министрлығының сәнәғәт сәйәсәтен үткәреү һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингта тәүге алдынғы өсәү иҫәбенә инә. Һәр өйҙә тиерлек Башҡортостан аш содаһы бар, беҙҙең быяла юғары технологиялы продукция етештереүҙә, автобустарҙа, көҙгөләрҙә Өфөнән авиация двигателдәрендә – һәр хәрби самолетта тиерлек - ҡулланыла. Был теҙмәне оҙаҡ дауам итергә була. Төбәктә сәнәғәттең йылдам үҫеүенә дәүләт ярҙамы ныҡ булышлыҡ итә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Сәнәғәт-сауҙа министрлығы индустриаль секторҙы үҫтереүгә киң мөмкинлектәр аса. Һуңғы биш йылда республикала сәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Беҙ үҙебеҙҙең республика программаларын да уңышлы үҫтерәбеҙ, шуның менән сәнәғәтселәргә артабан үҫешергә оптималь шарттар булдырабыҙ. Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фондының ярҙамы ҙур - бөгөн һәр эшҡыуар льготалы процент менән займ алыуға иҫәп тота ала. Әлегә тиклем 162 проект 53,3 млрд һумлыҡ ярҙам алған. Былтыр ғына
Башҡортостан - өс йыл рәттән тәүге алдынғы өсәү иҫәбендә
14 февраля 202414 фев 2024
1 мин