Стәрлебаш районында «Атайсал - Ватан көсө» зона форумы үтте, сараға һигеҙ муниципаль берәмек: Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ғафури, Ишембай, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка һәм Стәрлебаш райондары вәкилдәре килгәйне. Форум эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Данир Ғәйнуллин, Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һәм башҡалар ҡатнашты. Сара тәжрибә уртаҡлашыу һәм «Кесе ватаным – Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы мөһим темаларҙы тикшереү өсөн муниципалитет, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен, дини эшмәкәрҙәрҙе, меценаттарҙы берләштергән майҙанға әүерелде. Проекттың киләсәге өсөн Көндөң тәүге яртыһында эш туғыҙ тематик секцияла алып барылды, унда биләмәләр үҫешендәге яңы тенденциялар, яҡташтар ойошмаһы традицияларын һаҡлау һәм таратыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, рухи-әхлаҡи һәм ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Ғәҙәттәгесә, форум күргәҙмәнән башланды, унда муниципалитеттар үҙҙәренең биләмәһендә ғәмәлгә ашырылған әһәмиәтле проекттар менән таныштырҙы. Баннерҙарҙа республика меценаттарының һәм битараф булмаған кешеләрҙең урындағы тормошто яҡшыртыуы, күпкә сифатлыраҡ итеүе асыҡ сағылғайны. Форум сиктәрендә «Яңыса уйла. Территорияларҙы үҫтереүҙә яңы йүнәлештәр» темаһына стратегик сессия һөҙөмтәле үтте, унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты. Фекер алышыуға стартсессияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡушылды. Ойоштороусылар уларҙы хакимиәт башлыҡтары, төрлө райондарҙың эшҡыуарҙары һәм ойошма етәкселәре ингән төркөмдәргә бүлде. Сессия модераторҙары – «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов һәм Гөлнара Юрина бер нисә бурысты билдәләне. Нигеҙҙә, улар «Атайсал»дың киләсәге, ниндәй йүнәлештә үҫешергә тейеш икәнлеге өсөн яңы идеялар тәҡдим итеүгә ҡайтып ҡала ине. Ҡатнашыусылар башҡарылған эштәрҙе ғәмәлгә ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, әүҙем һәм инициативалы кешеләрҙе ҡайҙа йәлеп итеү идеялары менән бүлеште. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев иһә түбәндәге фекерен белдерҙе: – Стәрлебаш районы арҙаҡлы шәхестәре, замандаштарыбыҙ менән билдәле. Беҙ уларҙың тыуған төйәге менән маҡсатлы рәүештә бәйләнеш тотоуын, изге эштәр менән ярҙам итеүен күрәбеҙ. Шуға ла форумды тап бында үткәрергә булдыҡ. Быйыл мартта проектҡа өс йыл тула. Ваҡыт уның бер урында ғына тормауын, ә әүҙем үҫешеүен күрһәтте. Әйҙәгеҙ, «Атайсал – Яҡташтар көсө» тип аталған беренсе форумды иҫкә төшөрәйек. Ул ваҡытта беҙ яҡташтарыбыҙға, тәүге сиратта тыуған ауылдарына ярҙам итһендәр ине, тигән мөрәжәғәткә нигеҙләндек. Бөгөн, күреүебеҙсә, форум «Атайсал – Ватан көсө» тип атала. Проекттың әһәмиәтен анализлағандан һуң проекттың рухи ҡеүәтен билдәләнек: яҡташтарыбыҙ, кесе ватанына ярҙам итеп, иң юғары хис-тойғолар кисерә. Тыуған ереңдең киләсәген хәстәрләү, күңелеңде һалыу – көс-ҡеүәт тап шунан ғибәрәт, – тип уртаҡлашты Урал Килсенбаев. Сессия дискуссия майҙансығы форматында тамамланды. Фекер алышыу барышында тыуған проекттар тураһында йәнле һөйләшеү барҙы, ҡыҙыҡлы һорауҙар яңғыраны. Көнүҙәк мәсьәләләр ауылға йәштәрҙе йәлеп итеү, яҡташтар араһында лидерҙарҙы асыҡлау, социаль селтәрҙәрҙә «Атайсал»ға арналған киң мәғлүмәт кампанияһын үткәреүгә ҡағылышлы булды. Ярҙам хаҡында «Атайсал – Ватан көсө» зона форумының «Бергә еңәсәкбеҙ» секцияһында махсус күргәҙмә ойошторолдо, унда тылдағыларҙың хәрбиҙәргә ярҙам иткән барлыҡ саралары – маскировкалау селтәрҙәре, кейем-һалым, гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, һалдаттарға хаттар, медицина йыйылмалары күрһәтелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларының алғы һыҙыҡтан һәм ҡәҙимге тормоштағы тулҡынландырғыс портреттары ҡуйылған баннерҙар иғтибарҙы йәлеп итте. «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина фонд филиалының эшмәкәрлеге, уҙғарылған саралар, консультатив ярҙам һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары хаҡында һөйләне. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды республика филиалының урындағы бүлексәһе етәксеһе Эльвира Хәмиҙуллина Стәрлебаш районындағы ирекмәндәр эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Һүҙ «Халыҡ селтәре» һәм «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» проекттары, ошо йүнәлештә алып барылған әүҙем эштәр һәм унда халыҡтың теләп ҡатнашыуы хаҡында бара. «Атайсал – Ватан көсө» зона форумының «Тамырҙарыңды бел» секцияһының исеме үк бында яңғыраған бөтә сығыштарҙы берләштереүсе дөйөм мәғәнәне яҡшы билдәләй. Унда модератор булып Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева сығыш яһаны. Был майҙансыҡта ҡатнашыусылар милли мәҙәни традицияларҙы, туған телде, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу, этномәҙәни һәм тарихи-крайҙы өйрәнеү йүнәлешендәге программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, традицион мәҙәни ҡиммәттәргә һәм милли йолаларға хөрмәт тәрбиәләү тураһында һөйләште. Нәҡ ошо хаҡта үҙ сығыштарында «Булат» тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Руслан Үтәев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы» идараһы рәйесе Оксана Федорова, Наумовка ауыл советы депутаты Фәриҙә Кантюкова, Батыр ауылы китапханаһы хеҙмәткәре Гөлнара Хәлитова, Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров та билдәләп үтте. Рухи ҡиммәтәр – йәмғиәт нигеҙе «Атайсал - Ватан көсө» форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм төбәгебеҙҙе үҫтереүҙең уртаҡ юлдарын эҙләү өсөн бик яҡшы мөмкинлек булды. Форум программаһының тематик секцияларының береһе – «Кесе ватандың рухи киңлеге» “түңәрәк өҫтәле” райондың Үрге Гөлөм ауылының матур мәсетендә үтте. Бында Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларының һәм Ишембай, Миәкә, Ғафури, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарының дини учреждениелары вәкилдәре йыйылды. Тема муниципаль берәмектәрҙең дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса комиссия рәйестәре һәм руханиҙар өсөн тәғәйенләнгәйне. Спикер булараҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев сығыш яһаны. Был майҙансыҡта айырыуса иғтибар заманса шарттарҙа рухи тәрбиә биреү мәсьәләләренә бүленде. Сығыш яһаусылар бөгөн теге йәки был дингә инаныуға ҡарамаҫтан, берҙәмлектә һәм татыулыҡта эшләүҙең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне. Йыйылыусылар рухи-әхлаҡи һәм ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау, үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләү һәм дин вәкилдәренең урындағы власть органдары менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләләрен дә тикшерҙе. Тыуған яҡ мәнфәғәтенә Республика ҡалаларында һәм муниципалитеттарында башҡарылған аныҡ эштәр тураһында «Атайсал. Ватан көсө. Яҡташтар беҙҙең менән!» майҙансығында ҡатнашыусылар һөйләне, тәжрибә уртаҡлашты. Әңгәмәне модератор, блогер, хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Республика күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин алып барҙы. Уның барышында ҡатнашыусылар ни өсөн кесе ватан өсөн изге эштәр башҡарыу мөһим; был йәһәттән мәктәп, ғаилә, тирә-яҡ мөхит ниндәй роль уйнай; ауыл йәки ҡала үҫешһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеген тикшерҙеләр. Төбәктән ситтә, районда бәләкәй ауылдарҙан йәки ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Уларҙың һәр береһенең «Атайсал» проектына ҡушылып, кесе ватанына ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Мәғлүм булыуынса, проектта йөҙҙәрсә кеше ҡатнашҡан, финанстар, техника йәки шәхси әүҙемлеге менән яҡташтарының көнүҙәк проблемаларын хәл иткән. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән Евгений Хафизов әсәһе ғүмер буйы эшләгән мәктәпкә заманса ҡорамалдар менән информатика класын булдырырға ярҙам иткән. Бынан тыш, уҡытыусыларҙы яңы технологияларға өйрәткән, уҡыусылар менән бер нисә оҫталыҡ дәресе үткәргән. Евгений йәшләй Мәскәүгә киткән, белем алған, ябай программист-стажер булып эшләй башлаған һәм бер нисә йыл эсендә уңышлы корпоратив карьера төҙөгән, программа продукттарын һынау өлкәһендә бизнес асҡан. Шул уҡ ваҡытта үҙенең кесе ватанын онотмай, уның йөрәгендә шул уҡ тойғо – ярҙам итеү теләге яна. Эшлекле һөйләшеү барышында төрлө кешеләрҙең шишмәне тергеҙеүҙә, юлдарҙы тәртипкә килтереүҙә йәки йәштәр араһында патриотик тәрбиә биреүҙә ярҙам иткән бик күп яҡшы миҫалдар яңғыраны. Сарала ҡатнашыусылар араһында хәҙер Ҡазан ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ, 2-се урта мәктәпте тамамлаусы Илгиз Халиҡовты күреү ҡыуаныслы булды. Ул студенттар араһында яҡташлыҡ көсө һәм тыуған яҡ менән бәйләнеште һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләне. Ғаилә һәм йолаларҙың әһәмиәте тураһында «Ғаилә ҡиммәттәре» тип аталған секцияла йәмәғәт ойошмалары, социаль учреждениелар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ғаилә ҡиммәттәре һәм традициялары төшөнсәләренең нимә икәнлеген, уларҙың йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһын тәрбиәләүгә йоғонтоһон, йәмәғәт ойошмаларының роле тураһында һәм башҡа темаларҙы барланы. Секцияны М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры актеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, журналист, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, «Ағинәй» республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева алып барҙы. “Атайсал. Медиакиңлектә һәм социаль селтәрҙәрҙә Ватан көсө” секцияһы эшендә Салауат, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ишембай, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты, улар алдында БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сығыш яһаны. – Мәғлүмәти һәм медиатармаҡтағы эш бик мөһим. Журналистарға «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған изге эштәр тураһында яҙырға һәм һөйләргә кәрәк, сөнки кешеләр үҙҙәренең кесе ватанына нисек ярҙам итә алыуҙарын белергә тейеш, – тип билдәләне Марат Әсхәт улы. Йәшәйеш – йәштәр ҡулында “Беренселәрҙең хәрәкәте. Йәштәр флагмандары" стратегик сессияһы иһә Стәрлебаш ауылының 1-се урта мәктәбендә үтте. Республика йәштәре илебеҙ иҡтисадын үҫтереүҙәге мөһим звено булып тора. Шуға бәйле сессияла йәштәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн гранттар, инициативалы эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамы төрҙәре хаҡында һөйләнеләр. Ауылдарҙы үҫтереүҙең төп аспекттары һәм мөмкинлектәре, яңы фермалар асыу, туризмды, аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереүҙе һәм ауыл сәнәғәтен үҫтереү кеүек перспективалы йүнәлештәр телгә алынды. Башҡортостан буйынса ауыл хужалығы консультацияһы етәксеһе Ирек Саҡаев үҙ сығышында 2024 йылда дәүләт ярҙамы саралары, үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар тураһында һөйләне. Шулай уҡ һүҙ Башҡортостан Башлығының балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәнис Хәсәновҡа бирелде. Йәштәр спикерҙар менән ихлас аралашты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Шуныһы мөһим, йәштәр дәүләт яғынан ярҙамдың аныҡ икәнлеген билдәләне, иң мөһиме – республика тормошон яҡшыртыу идеяһы, маҡсаты һәм теләктәре булһын. Күмертау ҡалаһының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең урындағы филиалында «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы вәкилдәре үҫмерҙәр өсөн интерактив ойошторҙо. Балалар үҙҙәрен ысын алып барыусылар, журналистар, ораторҙар һәм копирайтерҙар итеп тоя алды. Телеканалдың режиссеры һәм шеф-редакторы Һунарғолова һөнәри серҙәре менән уртаҡлашты: камера алдында үҙеңде нисек тотоу, кадрҙы нисек дөрөҫ ҡуйыу, ишаралар һәм дикция менән эшләү. Балалар үҙҙәрен фильм төшөрөүҙә һәм интервьюла һынап ҡараны. Режиссер уларға ғәҙәти булмаған бурыстар ҡуйҙы, потенциалын тулыһынса күрһәтергә мәжбүр итте. Балалар һөҙөмтә менән ҡәнәғәт ҡалды. Меңәрләгән изге эштәрҙе берләштерә “Атайсал. Ватан көсө!” дискуссия майҙансығы башланыр алдынан форум ҡунаҡтары Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығы хөрмәтенә хәрби дан аллеяһындағы локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙың стелаһына сәскәләр һалды. Форумды тамамлаусы секция район мәҙәниәт йортоноң тамаша залында үтте. Уны Стәрлебаш районынан сыҡҡан билдәле яҡташтарыбыҙ Данир Ғәйнуллин һәм Альбина Ҡасимханова алып барҙы, республика халҡы өсөн бик файҙалы булған был проект тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Мәғлүм булыуынса, проект 2021 йылдың мартында республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған. Меценат, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Наил Мәхмүтов былай тип билдәләй: «Проект күптән тыуған, ул һәр беребеҙҙең күңелендә йоҡлап ятҡан. Ә өс йыл элек, Радий Хәбировтың башланғысынан һуң, эште башлауға саҡырыу кеүек булды». Наил Мәжит улы хәйриә эшмәкәрлеге менән күптән шөғөлләнә, күп йылдар элек туған мәктәбе тураһында китап сығарған, яҡташтарына изге эштәрҙә даими ярҙам итә. «Атайсал» сиктәрендә күпме проекттың тормошҡа ашырылыуы менән һоҡланмау мөмкин түгел. Һандарға килгәндә, Стәрлетамаҡ районында ғына – ике меңдән ашыу, Ғафури районында – 500-ҙән ашыу, Стәрлебаш районында – 300-ҙән ашыу... Һүҙ кесе ватаныбыҙ һәм тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәтендә башҡарылған меңәрләгән изге эштәр хаҡында бара: социаль объекттар төҙөү, ауылдарҙы һәм шишмәләрҙе төҙөкләндереү һәм башҡалар. Сара барышында проектта иң әүҙем ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тыуған яғы сәскә атһын, лайыҡлы тормошта йәшәһен өсөн үҙ өлөшөн индергән кешеләргә ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Һис шикһеҙ, "Атайсал" дың киләсәге ҙур. Проект сиктәрендә изге эштәр дауам итәсәк һәм төрлө төбәктәрҙә тағы ла меңәрләгән яҡшы эштәр башҡарыласаҡ. Сығанаҡ: “Стерлибашевские родники” гәзите. Гүзәлиә Балтабаева әҙерләне. Фотолар: “Стерлибашевские родники” гәзите.