Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Таһир Кусимовҡа арналған күргәҙмә асылды

Бөгөн, 14 февралдә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Советтар Союзы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы офицеры, генерал-майор Таһир Таип улы Кусимовтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған “Генерал Кусимов” күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә Т.Т. Кусимовтың биографияһын, хәрби юлын, һуғыштан һуңғы хеҙмәтен һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген, шулай уҡ Герой тураһында заманса хәтерҙе яҡтырта. Сарала Башҡортостан Республикаһы Милли музейы йыйылмаһынан фотоһүрәттәр һәм документтар, Т.Т. Кусимовтың наградалары ҡуйылған. Күргәҙмәнең төп фотодокументаль материалы художестволы биҙәлгән планшеттар ярҙамында визуализациялана. Күргәҙмә асылғандан һуң Т.Т. Кусимовтың 115 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихы буйынса белгес, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты доценты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев уның тормош һәм хәрби юлы тураһында һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостан Милли музейы хеҙмәткәрҙәре һәм геройҙың туғандары сығыш яһаны. Был сарала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ысын әләмен күрһәттеләр. Музей хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, был әләмде элекке хәленә ҡайтарыу талап ителә. Был реставрация өсөн 1,5 миллион һум аҡса кәрәк. Шулай уҡ ошо көндө Музей хеҙмәткәрҙәре Геройҙың Мосолман зыяратындағы ҡәберен таҙартып, сәскәләр һалды. Белешмә: Таһир Тайып улы Кусимов 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ лётчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Кусимов фамилияһын да егеткә райондың хәрби комиссары бирә: "Күсем ауылынан, тимәк, Кусимов булырһың", - ти, уға йәше етмәгәнлектән, бер йәш өҫтәп тә яҙыла. 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый. 1928—1932 йылдарҙа Ҡазанда берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавалерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә. 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була. 1938-1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округының, 77-се Азербайжан тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда Кусимов командованиеның махсус заданиеһын үтәй - совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп урынлашыуын тәьмин итә. Т.Кусимовтың ислам йолаларын яҡшы белеүе урындағы бик һуғышсан ҡурд халҡы менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итә. 1942 йылдың 8 мартында Кировобад ҡалаһында улы Салауат тыуа (буласаҡ Өфө авиация-техник университеты ректоры). 1942 йылдың апреленән - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. Дивизия яугирҙәре Кусимовтың һалдаттарҙы буласаҡ алыштарға ентекле әҙерләүе, кавлерист күнекмәләрен бик етди үткәреүе тураһында һөйләй. Кусимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Һуғыш барышында дивизияла командирҙар кәңәшәмәләре йыш ҡына башҡортса алып барылған һәм ысынында был хәүефһеҙлек тәьмин иткән. 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Кусимовҡа “Советтар Союзы Геройы” тигән исем бирелә. Данлы яҡташыбыҙ 1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән. Рәмилә МУСИНА, БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре фотолары.