Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Амбассадорҙар уҡыны

Башҡортостан Республикаһының Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә «Профессионалитет» федераль проектының амбассадорҙары өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. Бөтә республиканан быйыл унда грант алған алты колледждан 26 студент һәм алты куратор ҡатнашты. «Профессионалитет» федераль проекты Башҡортостан Республикаһында 2022 йылда старт алды, хәҙер унда 14 кластер һәм 51 колледж ҡатнаша. Төбәктә проектты популярлаштырыу эшен Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге көйләй. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре амбассадорҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Уҡыусылар һөнәри йүнәлеш биреү сараларын ойоштороу һәм үткәреү ҡағиҙәләре, проекттың социаль селтәрҙәрен алып барыу тураһында күпте белде. Уҡыу аҙағында амбассадорҙар алған белемдәрен ғәмәлдә ҡуллана алды. Улар ҙур һөнәри йүнәлеш биреү проекты әҙерләп, уны 50 уҡыусыға күрһәтте. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23021/