2023 йылда Башҡортостанда программалаштырыу нигеҙҙәре буйынса курстарҙы 8-11-се кластарҙан 3,4 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, ул «Киләсәк коды» белем биреү программаһына ҡабул ителгәндәрҙең 63 процентын тиерлек тәшкил иткән. Программалаштырыу буйынса бушлай курстар «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының «IТ-тармаҡтың кадрҙар потенциалын үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы тарафынан ойошторолған. Курстар дәүләт субсидияһы иҫәбенә финанслана. Уҡыу курсын һәм йәйге белем биреү курсын тамамлаусы ике меңдән ашыу уҡыусы офлайн-форматта дәрестәр уҡыны. Башҡортостан әүәлгесә уҡыусылар һанлы белем һәм оҫталыҡ үҙләштереү менән әүҙем ҡыҙыҡһынған төбәктәр иҫәбендә ҡала. «Киләсәк коды» программаһы буйынса уҡыуҙы тамамлаусылар һаны буйынса республикабыҙ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү өлкәһе, Татарстан һәм Краснодар крайы менән бер рәттән ил төбәктәре араһында алтынсы баҫҡысты биләй. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23025/