Табиптар сыҡты майҙанға Дим районы клиник дауаханаһының спорт яратыусы коллектив икәнен бөтә республика белә. Был дауахана табиптарын яратҡан эштәренән тыш, спортҡа һөйөү ҙә берләштерә. Ошо көндәрҙә “Алға” спорткомплексында улар мини-футбол буйынса турнир ойошторҙо. Унда 4 команда - дауахананың поликлиника хеҙмәткәрҙәре, реанимация, хирургия бүлектәре табиптары һәм Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале табибтары көс һынашты. Сәләмәт тормош яҡлы замандаштырыбыҙ уйынын хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова күҙәтте.Футбол майҙанында реаниматологтар, хирургтар, поликлиника хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа табиптар. Кеше сәләмәтлеге һағында торған һөнәр эйәләре әүҙем тормош яҡлы. Дим биҫтәһе ҡала клиник дауаханаһы табиптары инде 4 йыл рәттән һәр шәмбе йыйылышып футбол уйнай һәм даими рәүештә ошо спорт төрө буйынса турнирҙар ойоштора. Маҡсаты бер — кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу.Хәбәрсе. Һуғыш ветерандары республика клиника госпитале табиптары ла бындай турнирҙарҙың даими ҡатнашыусылары. Көсө