Найти в Дзене
Башкортостан 24

Бушлай эфир ваҡыты бүленде

   Бушлай эфир ваҡыты бүленде
Бушлай эфир ваҡыты бүленде

Бушлай эфир ваҡыты бүленде

Рәсәй Президентын һайлауҙа теркәлгән кандидаттар һәм партиялар араһында бушлай эфир ваҡыты бүленде. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы радио, телевидение эфирҙарында кандидаттар өсөн йәрәбә үткәрҙе. Йәрәбә һалыуҙа кандидаттарҙың һайлау берекмәләренең вәкилдәре ҡатнашты. Һайлау алды агитацияһы тауыш биреүгә тиклем 28 көн алдан, йәғни 17 февраль башлана. Телевидение һәм радио эфирҙарында кандидаттарҙың агитация материалдары дүшәмбенән, йәғни 19 февралдән сыға башлай. Һәр кандидат һәм сәйәси фирҡәнең бөтә республика халҡына мәғлүмәт еткереү мөмкинлеге буласаҡ. Эфир ваҡыты 2 дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙар компанияһы араһында бүленде.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».