Робот ярҙамға килә Башҡорт Дәүләт Медицина университеты клиникаһы хирургтары яңы робот ярҙамында тәүге тапҡыр тубыҡ быуынына операция яһаны. Бындай аппарат республикала тәүгә барлыҡҡа килә. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.Операция яһау өсөн Мәскәү ҡалаһынан Сеченов университеты профессоры Андрей Грицюк килде. Тәүҙә ул студенттарға яңы роботтың мөмкинлектәре һәм уның менән идара итеү хаҡында һөйләне.Башҡорт Дәүләт Медицина университеты студенттары операция барышын тура эфирҙа ҡараны. Өфөлә заманса технологиялар менән йыһазландырылған клиника Волга буйы федераль округында берҙән-бер.Операция өҫтәлендә алтмыш йәштән өлкән ҡатын. Ул тубыҡ ауыртыуынан яфалана. Башҡорт Дәүләт Медицина Университетында уға робот ярҙамында уникаль операция үткәрергә тәҡдим итәләр. Элек хирургтар һөйәкте титан ярҙамында ҡырҡып алһа, ә бөгөн барыһы ла лазер ярҙамында башҡарыла. Автономлы роботлаштырылған хирургия сиситемалары дөйөм алғанда хирургия һәм айырым эндопротезлау үҫешендә яңы алым тора. Бөгөн был