Фәнис Кәримов "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә ойошторолған "Өлгөлө атай" конкурсында ҡатнаша. Мәҡәлә геройының атаһы Фәсих Кәтип улы “Байрамғол” совхозында бригадир булып эшләһә лә, ғүмере буйы данлыҡлы “Ләйсән” бейеү ансамблендә сығыш яһай, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була. Атаһына эйәреп, Фәнис кескәй генә сағынан бейей башлай. Ғаилә байрамдарында, балалар баҡсаһындағы сараларҙа гел уны бейетер булалар. Үҫә төшкәс, шул йылдарҙа Уральск ҡасабаһында ойошторолған “Ирәмәл” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай. Танылған бейеүселәр Рәйес Низаметдинов һәм Рәзинә Хәзиева минең тәүге уҡытыусылары була. Уральск урта мәктәбендә туғыҙ класты тамамлағас, егет Учалы музыка училищеһының хореография бүлегенә уҡырға инә. Училищеның “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән ҡайҙа ғына сығыш яһамай улар, хатта Испания сәхнәләрен дә дер һелкетәләр. Икенсе курстан һуң өлгөр егет уҡыуҙан тыш Учалы филармонияһында ла бейей башлай. 2003 йылда учи