Ҡыяр үҫентеһе тиҙ үҫә, шунда уҡ беренсе уңышы менән дә ҡыуандыра башлай. Шуға ла ҡыяр үҫентеләрен туҡландырып торорға кәрәк, ул тупраҡтағы файҙалы матдәләрҙе исрафлап бөтһә, уңыш биреү түбәнәйә, туҡланыу элементтары тигеҙлеге боҙолоуы ҡыярҙың формаһында сағыла башлаясаҡ.
Туҡландырыуҙың иң ябай һәм еңел ысулы: биҙрәнең 2/3 өлөшө тулғансы ҡара икмәк ҡайыры һалырға, һыу ҡойорға һәм берәй ауыр әйбер менән баҫырып ҡуйырға. Биҙрәне йылы урынға ҡуйып, икмәкте бер аҙна әсетәбеҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һыу менән (1:3) ҡатыштырып, ҡыяр үҫентеләренең тамырына ҡойоп сығырға. Бер ҡыуаҡҡа сама менән ярты литр ҡойорға кәрәк. Бынан һуң ҡыяр яҡшы итеп сәскә ата башлай, ҡыярҙар һарғаймай, формаһы ла матур була.
Ҡыяр яҡтылыҡты, иркенлекте, һыуҙы яратыуын онотмағыҙ. Һауа температураһының 5 градустан түбән булыуын йәшелсә насар кисерә, ә инде температура нулдән кәм булғанда үҫемлек һәләк була. Оптималь вариант – көндөҙ һауа температураһы 20 градус йылылыҡтан да кәм түгел, ә төнөн 16 – 17 градус тирәһе булырға тейеш. Ҡыяр үҫкән тупраҡҡа тиреҫ, былтырғы япраҡтарҙы индереү отошло, ул органик ашламаларҙы үҙ итә. Вегетация осоронда ҡыярҙарға күп итеп һыу ҡойорға кәрәк. Күп уңыш алам тиһәң, тупрағына ашламалар индереү мотлаҡ. Түгелгән сығымды йәшелсә үҫтергән майҙанды экономиялап та ҡайтарып була. Сөнки ҡыяр – үрмәләүсе йәшелсә. Теплица йәки түтәлдә үҫемлек өҫкә ҡарай үҫһен өсөн ябай ғына ҡоролмалар ҡуйыу ҙа етә. Ҡыяр үҫкән тупраҡ ҡомло булған осраҡта уны даими ашларға һәм күп итеп һыу һибергә кәрәк. Сөнки ҡом hыуҙы hеңдерә. Бер үҫемлек тәүлегенә 3 литр һыуға мохтаж.
Ә балсыҡлы тупраҡта һыуҙың күп булыуы, киреhенсә, насар – ҡыярҙың тамырҙары ебеп серейәсәк. Бындай осраҡта тупраҡҡа тиреҫте, япраҡтарҙы күпләп индерергә кәрәк. Тиреҫте үҫемлектең япрағы серей башлағанда ла тигеҙ генә итеп түтәл өҫтөнә һибеп сығырға була. Һыуҙы биҙрәләп түгел, ә аҙлап ҡына һибеү мотлаҡ һәм ул йылымыс булырға тейеш.
Үҫентеләрҙең һабағы ҡараймаһын өсөн нимә эшләргә?
Ниндәй һыу ҡойорға? Асыҡ ергә сығарыр алдынан ни эшләргә? Яуаптар - яҙмала.
Үҫентеләрҙе тәүге япрағы күренгәс тә күсереп ултыртырға мөмкин. Көсһөҙҙәрен алып ташлағыҙ. Тамырына һауа үтеп инһен өсөн тупрағын йомшартып торорға онотмағыҙ. Һабағы ҡараймаһын өсөн тупраҡ өҫтөнә бер аҙ көл һибегеҙ. Үҫенте тура үҫһен өсөн ҡояшлы яҡҡа әле бер, әле икенсе яғын әйләндереп тороғоҙ. Әгәр ултырған урыны ҡояшлы булмаһа, өҫтәмә рәүештә яҡтыртыу юлын эҙләгеҙ. Хәҙер әллә ни ҡыйбат булмаған фито-лампалар һатыла. Уларҙы ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.
Үҫентеләргә ҡоя торған һыу хлорлы булырға тейеш түгел. Шуға алдан алып, тондороп ҡуйығыҙ.
Асыҡ ергә сығарыр алдынан ике аҙна алдынан балконға йә соланға бер-ике сәғәткә әленән-әле сығарып алығыҙ. Бер аҙна үтеүгә, ул ваҡыт биш-алты сәғәткә тиклем барып етергә тейеш. Тышҡа сығарыу мәлен үҙегеҙ йәшәгән ерлектең үҙенсәлегенә ҡарап һайлағыҙ.