Сәләмәтлегегеҙ тураһында һөйләйәсәк ҡан күрһәткестәре. Гемоглобин(Hb): эритроциттарҙан торған ҡан пигменты, уның төп функцияһы кислородты үпкәнән туҡымаларға күсереүгә һәм организмдан углекислый газды сығарыуға ҡайтып ҡала. Эритроциттар: йөрәк эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр, бронхтар, үпкә, бөйөр һәм бауыр ауырыуҙары булғанда ҙур әһәмиәткә эйә. Лейкоциттар: инфекцияны һәм ялҡынһыныуҙы күрһәтә. Тромбоциттар: улар норманан күберәк икән, һеҙҙә туберкулез, сей яра колиты, бауыр циррозы булыуы ихтимал. СОЭ йәки РОЭ: инфекция, ялҡынһыныу, анемия, бөйөр ауырыуҙары, гормональ боҙолоуҙар булғанда, йөклө булғанда күрһәткестәр юғары. Глюкоза: глюкозаның артыҡ булыуы етерлек һәм даими туҡланмау, гормональ ауырыуҙар, шәкәр диабеты тураһында һөйләй. Дөйөм аҡһым: бауырҙың, бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеге насарайғанда, ашамағанда ул түбәнәйә. Дөйөм билирубин: гепатит, үт ҡыуығы ауырыуҙары булғанда йәки эритроциттар тарҡалғанда билирубин күтәрелә. Һау булығыҙ, ауырымағыҙ, фотолағы инәй кеүек йүгереп йөрөгөҙ! Сығанаҡ: https://vk.com/wall-221755992_4768 Нәсих Хәлисов фотоһы.