Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кусимовсылар, алға!

Әбйәлил районының Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында "Кусимовсылар, алға!" проекты буйынса гимназияның тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетын йыһазландырыу буйынса эш әүҙем бара. Бөгөн был проект буйынса презентация, видеороликтар эшләү тамамланып килә. "Кусимовсылар, алға!" проекты еңһен өсөн бар мөмкинлектәрҙе ҡулланабыҙ, ти гимназияның ОБЖ уҡытыусыһы Салауат Сәлимйән улы Әбделмәнов. Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау проекты айҡанлы гимназияла эш әүҙем бара. Уҡыусылар “Химия лабораторияһы”, “Балалар һәм үҫмерҙәр инициативаһын тормошҡа ашырыу”, “Уйын майҙансыҡтарын яңыртыу”, “Туризмды үҫтереү”, “Кусимовсылар, алға!” тип аталған эштәрен тәҡдим иткән. Фото: Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы.