Бар бит арабыҙҙа шундай оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар. Һүҙем - Гөлсәсәк Өмөтбаева хаҡында. Бына ул нимә яҙған: "Һуҡма дебет шәл тураһында. Өләсәйем гел ябынып йөрөй торғайны. Шуға шәл тураһында уй башта былтырҙан алып бар ине. Ололарҙан һорашып, мәғлүмәт белешеп алынды. Эш дебеткә ҡалды. Ниһайәт, миңә тигәне табылды! Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан килгән кәзә дебетен көтөп алдым. Алдан йөн иләгес алып ҡуйғайным, шунда тәүҙә балаҫҡа йөн иләп таһылланып алдым да дебеткә күстем. Бына ошонда инде әсәйемдең беҙгә бәләкәйҙән өйрәткәндәре кәрәк булды. Нисек дебетте таҙаларға, шапылдаҡ менән эшләргә, нәҙек итеп иләргә. Унан тыш йыуыу, сайыу, киптереү серҙәре... Епте оҙатып, яйлап-тәмләп шәлемде һуғып алдым. Үҙемә оҡшаны. 130×130 см ҙурлығында, һөт төҫөндәге матур шәл сыҡты", - тип яҙған үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. Ысынлап та, матур һуҡма шәл. Хас та өләсәйҙәрҙеке кеүек... Фото: Видеонан скриншот. Видео: Гөлсәсәк Өмөтбаева.