Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы халҡы “Рәсәй саңғы юлы-2024” Бөтә Рәсәй күләмле саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Ул “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Күмәк спорт сараһында 200-ҙән ашыу төрлө йәштәге саңғы спортын үҙ итеүсе ҡатнашты. Был ҙур сара ҡала халҡын даими рәүештә ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә, Рәсәй Федерацияһы халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалауға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Унда ҡатнашыусыларға 700 метр һәм өс километр араны үтергә кәрәк ине. Саңғы юлында һәр кемдең үҙ маҡсаты – йышыраҡ еңеү яуларға түгел, ә яҡшы һәм күтәренке кәйеф алырға киләләр. "Рәсәйҙең саңғы юлы" традицион февраль уҙышы 42 йыл уҙғарыла, ә фанаттар һаны арта ғына. Бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ҡотлайбыҙ, артабан да спорт уңыштары һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!” - тип билдәләне Ағиҙел ҡалаһы ҡала округының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Алена Әхтәмова. Билдәле булыуы