Шуға күрә Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов, Республикаға идара итеү үҙәгендә сығыш яһап, үтә ҙур мохтажлыҡ булмаған осраҡта ауыл һәм ҡалаларҙан ситкә сыҡмай торорға кәңәш итте. Уны бөгөн иртән БЮТ телеканалы ла күрһәтте. “Трассала ҡар яуғанда һәм буран булған мәлдәрҙә автоинспекция хеҙмәткәрҙәре хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерә. Бындай осраҡтар өсөн машинала тын тултырғыс, тарттырыу өсөн арҡан, баллон асҡысы, домкрат, көрәк, ҡул яҡтыртҡысы, шулай уҡ йылы кейем, аптечка һәм аҙыҡ булырға тейеш. Буран башланһа, юлдың ситендә туҡтап ултырмағыҙ, сөнки башҡа шоферҙарҙың һеҙҙе күрмәүе ихтимал, бәләгә ҡалғанда 112 хеҙмәтенә шылтыратығыҙ”, – тине республика буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының махсус эштәр буйынса өлкән инспекторы Линар Зиннуров, Республикаға идара итеү үҙәгенән ошо уҡ тапшырыуҙа сығыш яһап. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.