Башҡортостанда берҙәм төбәк хеҙмәте – табипҡа яҙылыу хеҙмәтен үтәгән 122-2 телефон номеры буйынса колл-үҙәк 14 февралдән башлап абоненттарҙан шәхси лицевой иҫәптең страховка номерын (СНИЛС) һораясаҡ. –122-2 колл-үҙәккә килгән шылтыратыуҙарға өйрәтелгән робот яуап бирә. Ул медицина персоналына яҙылыу өсөн мәғлүмәттәрҙе автоматик рәүештә тапшырыу һәм проблема тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе йыйыу өсөн ҡулланыла. СНИЛС табипҡа яҙылыуҙа хаталарҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк, – тип белдерҙе дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. Колл-үҙәктең 2-се роботлаштырылған линияһы – халыҡты хеҙмәтләндереүҙә һәм сығымдарҙы кәметеүҙә тәьҫирле ҡорал. Уның ярҙамында табипҡа ҡабул итеүгә яҙылырға, медицина ярҙамын өйгә саҡыртырға, вакцина ҡаҙатыу өсөн көн һайларға мөмкин. – Йыл башынан колл-үҙәк линияһына 530 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Хәҙер табипҡа яҙылыу өсөн СНИЛС номерын хәбәр итергә кәрәк буласаҡ, – тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23019/
Шунһыҙ табипҡа яҙыла йә уны өйгә саҡырта алмаясаҡһығыҙ!
14 февраля 202414 фев 2024
~1 мин