Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Быҙауыбыҙ ғына туңып ҡуймаһын"

Февраль башында һауа торошо “плюс”ҡа әйләнгәс, күптәр быйыл яҙ иртә килә тип ҡыуанды. Әммә ҡыш әле ҡышлығын итә. Бер аҙна буран булһа, икенсеһенә һыуыта. Алдағы көндәрҙә лә беҙҙе -35-кә тиклем һалҡындар көтә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 14 февралдә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -12,-17, көньяҡта -7 градусҡа тиклем. Кесаҙна, 15 февралдә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25,-30, урыны менән -35, көндөҙ -18,-23 градус. Йома, 16 февралдә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 25-30, урыны менән 35 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 15-20 градус һалҡын. Ҡала халҡы өсөн бындай һалҡындар әллә ни ҡурҡыныс түгел. Ә бына ауылдыҡылар борсола. Ни өсөн тигәндә, тап ошо ваҡытта һыйырҙар быҙаулай. “Бер һыйыр үткән аҙнала быҙауланы, икенсеһен көтәбеҙ. Бындай һалҡындар быҙау өсөн хәүефле, сығып-сығып ҡарарға тура килер инде”, – ти ауыл кешеләре. Һалҡындар имен генә үтеп китһен! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.