Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мин нисек “ведьма”ға әйләндем

Сәләхкә кейәүгә сығып, бына инде 19-сы йыл Ҡыпсаҡҡа йөрөп эшләгәс, юл мажараларына тарып ҡына торола. Ауыл аралары бик алыҫ түгел, әммә техника күренһә, кем һәм ниндәй техника икәнен дә ҡарап тормай, эйелеп-бөгөлөп ҡул болғап, туҡтай ҡалһа, эләгеп-тәгәрәп йүгереп барып ултырып китәбеҙ. Бер шулай йәй мәлендә отпуск бөттө лә эшкә йөрөй башланыҡ. Бер аяғымды эт ашап, икенсеһен бет ашап, йәйәүләп китеп барам. Бәлки, бесән осоролор инде, шыпа йәйәү атлағы килмәй. Бер заман ҡалдырлап бер машина күренде лә, минең тырышып-тырмашып болғаған ҡулымды буш итмәҫкә, килеп туҡтаны. Алда ике кеше ултыра, тимәк, мин артҡа ултырам, тип машинаны асып ебәрһәм, унда салон тулы арбуз. Атағатаҡ, мин ҡайҙа ултыра булам инде?.. Алда ултырған ҡатын төштө, сибек кенә бер йәш мәрйә. Мин достойный ғына бит инде, шуға тәүҙә мин ултырып, мәрйәне алдыма ултыртып, ҡуҙғалып киттек. Былар икеһе лә тәмәке көйрәтә, минең күҙем йызылдап ҡына ултыра. Аныһинә иртәнге саф һауаны һулап тәпәйләй бирһәм , тип ыуаланам. Ярар, тәгәрләп китеп барғас ярамағанмы, тип үҙемде тағы йыуатам. Шоферы бер уппағәҙәрем генә олораҡ ир, бабай тиһәк тә була, баяғыса сит ил кешеһе. Беҙҙең яҡтар ул "тәмле, тәмле"не яҡшы белә инде. Машина бик шәптән түгел, йәйәү атлағандан саҡ ҡына шәберәк тиҙлек менән тырҡылдап китеп барабыҙ. Бына бер ваҡыт был ҡарт миңә комплименттар яуҙыра башланы. Красавица, ти, женщина она должна быть такой большой, как вы, тип ебәрә. Миңә көнө буйы арбуз һатышып йөрөһәң, биш арбуз бирәм кискә, ти. Мәйтәм, юҡ, эшкә китеп барам бит мин, тигән булам. А сколько арбуз надо, десять, пятнадцать, тип был минең эш хаҡымды күтәрә башланы. Минең алдымда ултырған мәрйә, беҙҙең"һутлы һөйләшеүгә" сыҙай алмай, кәзә тәкәһе кеүек сирғыны ла китте. Йәнәһе, беҙ уның барлығын онотоп киттек. Бабайҙы тәүҙә ул ҡаратҡан, хәҙер мин “һалдырып алырға” ултырам. Мин бында третий лишний. Нужна ғынаһы бер тин ине, кәрәкле кишер япрағы. Ҡыпсаҡҡа барып етһәм, булған миңә. Мәйтәм, ярай не ругайтесь, я только до Кипчака доеду и слезу. Какой Ҡыпсаҡ, был ҡатын ультиматум ҡуйҙы: йә мине төшөрөп ҡалдыралар, йә үҙе төшөп ҡала. Бабай, миңә ғәйепле генә ҡарап, Ҡыпсаҡ урманына етәрәк төшөрөп ҡалдырҙы. Шулай итеп, "ҡарбуз һатыусыһы" конкурсының һайлап алыу турынан үтә алмай, ҡара таң менән ана-бына көндәш була яҙып, юл ситендә тороп ҡалдым. Артабанғы юлды тәпәйләргә тура килде. Бер нисә көндән теге бабай ауылға килде. Беҙҙең өй ҡаршыһында туҡтап, пипелдәтә башланы. Рәмис сыҡты. Был "тәмле лә тәмле"нән һалдырып, ҡарбузын тоҫҡай. Ҡулды бөйөргә таянып эре генә атлап мин сыҡтым. Арбузын алмайбыҙ, тием Рәмискә. Нишләп, тигән булды. Мәйтәм, нечего было мине Ҡыпсаҡ урманында төшөрөп ҡалдырырға, ашаһын үҙе. Рәмистең һайлап алған биш-алты арбузын, аяҡ терәп талашып, алдырманым. Был юлы "ведьма" тигән исемде ғорур күтәреп, үҙ ҡапҡам алдында кирә баҫып тороп ҡалдым. Донъя шулай алмаш килә ул. Текст сығанағы: Зөлфирә Таһирова.