Алдағы ете йылда “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау үҫеше” программаһына 822 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Аҡса федераль һәм төбәк бюджеттан, шулай уҡ Төбәк мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан бүленәсәк. Унан аҡсаның күп өлөшө – 640 миллиардтан ашыу һумы – киләсәк. Был хаҡта Андрей Назаров төбәк Хөкүмәте кәңәшмәһендә һөйләне. - Был – беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләбеҙ – медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын, уны үҙ ваҡытында атҡарыуҙы, шулай уҡ халыҡтың ҡәнәғәт ҡалыу кимәлен күтәреү. Был программаны тормошҡа ашырыуға 114,1 миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ. Ошо дауалау-иҫкәртеү ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу һәм тармаҡҡа кадрҙарҙы йәлеп итеү эшен дауам итеү мөмкинлеген бирәсәк, - тине Премьер-министр. Дәүләт программаһы мәсьәләләре тураһында тулыраҡ Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт Иштуков һөйләне. Ул “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын тормошҡа ашырыуҙың дауам ителәсәге тураһында әйтте. Уға ярашлы, һуңғы өс йылда республикала биш поликлиника, һигеҙ капиталь ФАП, ике табип амбулаторияһы төҙөлдө, һаулыҡ һаҡлауҙың 66 объектында капиталь ремонт атҡарылды, 226 модулле конструкция, 352 берәмек техника һәм һатып 9000-дән ашыу медицина ҡоролмаһы һатып алынды. Сабыйҙарҙың һәм балаларҙың үлемен кәметеү өсөн яңы тыуған балаларҙы нәҫел ауырыуҙарына тикшереү дауам ителә. Медицинала һанлы технологиялар үҫешенә ярҙам күрһәтеләсәк, яһалма интеллекты булған ике медицина изделиеһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сабыйҙар һәм хеҙмәт йәшендәгеләрҙең үлеме менән көрәште дауам итергә ҡушты. Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23007/