Федоровка районының Батыр ауылы өс быуатҡа яҡын булған үҙенең данлы тарихы, бай йолалары, халыҡ кәсептәре, юғары мәҙәниәте,арҙаҡлы шәхестәре, алсаҡ тырыш халҡы менән дан тота. Уҙған быуаттан "Большевик" колхозы һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған. Мәғәриф өлкәһендә лә ҡаҙаныштар етерлек. Педагогтарҙың хеҙмәтен ваҡытында күреп, билдәләп барыу ҙа уларға артабан тырышып, яңынан-яңы идеялар менән янып эшләргә мөмкинлек бирә. Батыр ауылы бик күп таланттар үҫтергән, улар бигерәк тә үҙҙәрен мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә күрһәткән. Улар араһында яҙыусы, драматург Мөҙәрис Багаев, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәбдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Әфәрим Аҡсурин, ресубликанын хоркопеллаһы солиткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәҙәниә Аҡсурина, телеведение һәм радио дикторы Камил Аҡсуринды әйтеп китергә булыр ине.2019 йылда "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль проектында ҡ