Иглин районының Һарт-Лабау ауылында йәшәүсе конкурсантыбыҙ Илдар Нуреев – ысын мәғәнәһендә ҙур хөрмәткә лайыҡ абруйлы атай. Ғаилә башлығы йәштән үк күмәк балалы ғаилә тураһында хыялланған. Уҙған йылда республикабыҙҙың “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнеүселәр араһында Илдар Нуреев та булды. Әлфиә менән Илдар Нуреевтар ғаиләһенә барып ингәндә өлкәнерәктәре эш менән булыша, уртансылары бәләкәстәрҙе ҡарау менән мәшғүл ине: ғөмүмән, өйҙә йылы мөхит, йәнлелек шунда уҡ күҙгә ташланды. Илнур, Айнур, Рамаҙан, Даян, Рания, Дистан, Байтуған – һәр береһе көтөп алынған һәм ҡәҙерле. Өлкән икәүһе - бөгөн колледж студенттары. Мәҙәни, спорт яғынан әүҙем ғаилә төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр ҙә яулай. Мәҫәлән, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында “Күп балалы ғаилә“ номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Ә бит ошолай ҙур йортта күмәк балалар үҫтереү ғаилә башлығының өйләнгәнсе үк күңелендә йөрөгән хыялы булған. Күп балалы йортта ҡот бар. “Өйҙә өҫтәл артында береһе генә булмаһа ла күңелгә нимәлер етмәгән һымаҡ”, тиҙәр Нуреевтар. Илдар Рәшит улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Йәшләй генә атай-әсәйһеҙ ҡалғас, ул әсәһенең бер туған апаһының ғаиләһендә үҫә. Үҙҙәренең балаһы һымаҡ яҡын күреп үҫтергән улдарын улар киләсәктә уҡытыусы итеп күрә. Илдар ололарҙың кәңәшен тота, мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында физкультура факультетында белем ала. Ошонда ул үҙенең яҙмышын – Краснокама ҡыҙы Әлфиәне осрата. – Мәктәптә уҡыған сағымда үҙебеҙҙең яҡтан түгел, ә биш район аша ҡара сәсле үҙебеҙҙең милләт ҡыҙын кәләш итеп алам, тип әйтә торғайным һәм шул хыялым тормошҡа ашты. Әлфиә менән дөйөм ятаҡта бер ҡатта йәшәнек. Шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте, аҙаҡ уҡыу залында, бер үҙе генә уҡып ултырған сағында, эргәһенә барып таныштым, – ти йылмайып ғаилә башлығы. – Илдарҙың иң матур сифаттарының береһе – әйткән һүҙендә тора белеүе. Әгәр ул һүҙ бирә икән, уны мотлаҡ үтәйәсәк. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла – уны эшләй, – тип һүҙгә ҡушылды Әлфиә. Студент саҡта өйләнешеп, 2006 йылда йәштәр Һарт-Лабау ауылына ҡайтып төпләнә, икәүләшеп мәктәптә эш башлайҙар. Йәш белгестәр булараҡ, дәүләттән ярҙам алып, Илдарҙы ҡарап үҫтергән инәй менән бабайының йортона икенсе ҡат һалып, йәшәү шарттарын яҡшыртып ебәрәләр. – Ошолай күмәк балаларым булыр тип йәш саҡта уйламаным. Ирем-таянысым ныҡ булғанға шулай күп бала таба аламдыр. “Һәр баланың үҙ ризығы” тип әйтеүҙәре хаҡ. Балаларыбыҙ күбәйгән һайын донъябыҙ ҙа еңеләйгән, матди яҡтан да тормошобоҙ яҡшырған һымаҡ , – ти Әлфиә. Илдар тәүҙә мәктәптә уҡытыусы булып эшләһә, һуңынан мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәт итә. 2015 йылдан алып ауыл мәсетендә имам-хатип. Дингә килеүенең дә үҙ юлы бар. Илдарҙы тәрбиәләп үҫтергән бабаһы ла заманында мулла булған. Бала саҡтан алған дини тәрбиә Илдарға ошо юлды һайлауға булышлыҡ итмәй ҡалмай. Нуреевтар бала тәрбиәләгәндә ғаиләлә өс йүнәлеште ныҡлы таяныс итеп алған – дин, спорт һәм мәҙәниәт. – Дин ул рухи яҡтан нығыта, спорт сәләмәтлек бирә, мәҙәниәт күңел байлығын арттыра. Балаларыбыҙ ҙа доғалар белә, көнөнә бер тапҡыр бергәләп намаҙ уҡырға тырышабыҙ. Балаларҙы бәләкәйҙән спортҡа йәлеп итеү өсөн күлдең боҙон таҙартып, ауылдаштар менән бергә хоккей майҙансығы ойошторҙоҡ. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ, малайҙарға кәңәштәремде лә әйтер инем. Минеңсә, малайҙар өсөн иң кәрәкле спорт ҡорамалы – турник. Ул арҡаның ныҡ булыуына йоғонто яһай. Арҡа – ул кешенең үҙәге, турникта күтәрелеү арҡаны нығыта, киләсәктә бөгөлөп төшмәҫ өсөн был бик мөһим, – ти ғаилә башлығы. Был йәһәттән Илдар үҙе лә улдарына өлгө була белә. Әле лә бер ауырлыҡһыҙ турникта күтәрелә. Элегерәк саңғыла уҙышыуҙа ярыштарҙа ҡатнашып кубоктар алған. Һуңынан йөҙөү менән шөғөлләнә башлай. Былтыр Иглинда уҙғарылған йөҙөү буйынса ярышта 2-се урын яулауға өлгәшкән. Мәҙәниәт тормошо менән дә ҡайнап йәшәй Нуреевтар. Әлфиәнең матур йырлауы, Илдарҙың гармунда, ҡурайҙа уйнауы ла балаларҙа музыкаға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. – Бала сағымда бабайым миңә гармун алып бирҙе. Бишенсе класта парта артында бергә ултырған дуҫ егет менән ярышып уйнарға өйрәндек. Тәүге өйрәнгән көйөм “Әпипә” ине. Әле лә уйнайым, ҡайһы саҡта бәләкәстәрҙе бейетеп алам. Айнур менән Рамаҙанда музыкаға ҡыҙыҡһыныу бар, район үҙәгендә музыкаль мәктәпкә баян класында уҡынылар, ләкин аҙаҡ спортҡа нығыраҡ ылығып киттеләр. “Балаң тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн балыҡ тотоп бирмә, уны тоторға өйрәт” тигән халыҡ. Нуреевтар ғаиләһе лә ошо ҡағиҙәгә таянып йәшәй. – Йыш ҡына ата-әсә балаһының эшләгәнен көтөп торорға түҙемлеге етмәй. Тиҙ генә үҙе эшләп ҡуйырға тырыша. Был дөрөҫ түгел. Бала яңылыша-яңылыша булһа ла өйрәнергә тейеш. Мин эш рәтен улдарыма күрһәтеп бирәм, артабан ҡыҫылмай ғына күҙәтеп торам. Мәҫәлән, бензобысҡының сылбырын әллә нисә тапҡыр эшлектән сығарһалар ҙа, сабыр ғына ҡарап торорға тура килде, шунһыҙ өйрәнеп булмай,– тип һөйләне атай кеше. Иман, тәртип, һөйөү булған ғаиләнең бәхете лә бөтөн. Нуреевтар йортонан ҡот, бәрәкәт бер ҡасан да китмәһен. Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған "Өлгөлө атай" конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Иглин районынан лайыҡлы атай Илдар Нуреев өсөн дә тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.