14 февралдән 16-һына тиклем Өфө фән һәм технологиялар университетында факультеттар аҙналығы сиктәрендә мәктәп уҡыусылары вуз-ара студенттар кампусында асылған фәнни лабораторияларҙы һәм инновациялы үҙәктәрҙе ҡарай ала. Институттар һәм факультеттар аҙналығы барышында мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре 2024 йылдың ҡабул итеү компанияһы тураһында мәғлүмәт менән таныша ала. Шулай уҡ улар презентацияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. Факультеттар, институттар етәкселәре, кафедра мөдирҙәре менән осрашыуҙа уҡыусылар уҡыуға ҡағылышлы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыр. Бынан тыш, абитуриенттарға уҡыуҙан тыш ваҡытта шөғөлләнергә мөмкин булған ижади коллективтар, түңәрәктәр, спорт секциялары тураһында һөйләйәсәктәр. Программаның иң ҡыҙыҡлы өлөшө – факультеттар, институттар буйлап экскурсия буласаҡ. Саралар 14.00 сәғәттә башлана. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.