Эш башлар алдынан халыҡ менән кәңәшләш Башҡортостан Беларусь менән хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеп, Өфөнән Минскийға авиарейстар һанын арттырыу яғында. Бынан тыш, республиканың үҙендә лә үҙгәрештәр көтөлә. Мәҙәниәткә ҡағышылшы яңылыҡтарҙың береһе – баш ҡалала Аксаковтың йорт-музейын тулыһынса яңыртыу. Бинаны ремонтлау киләһе йылда башлана. Ошо турала республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә белдерелде. Ултырышта ҡаралған башҡа мәсьәләлр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән сюжетта. Башҡортостан өсөн уҙған аҙна ысын мәғәнәһендә, һынау осорона әйләнде. Тәү сиратта, ул республиканың халыҡ-ара иҡтисади даирәһендә урынын нығытыу. Миҫал итеп, Белорусиялағы осрашыуҙарҙы атап булһа, икенсеһе һауа торошо. Февралдең беренсе аҙнаһында республика ҡотҡарыусылары Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һауа торошо ҡатмарлашыуы тураһында 4 тапҡыр махсус иҫкәрткән. Ҡыуандырғаны – төбәктә коронавирус йоҡтороусолар һаны кәмеүе. Көндәлек я