Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында премьера Мостай Кәримдең билдәле пьесаһы буйынса Салауат Низаметдинов яҙған “Ай тотолған төндә” халыҡ шағирының 105 йыллығына арнала. Опера премьераһын беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡараны. Өфө тамашысыһына Кармен, Любаша образдары аша яҡшы таныш Любовь Буторинаның башҡорт милли операһында был тәүге роле. Шуға ла премьера алдынан икеләтә тулҡынланыу кисерә. Бөйөк яҙыусы, драматург һалған мәңгелек фәлсәфәләр операла бөйөк композитор оҫталығы менән көсәйтелгән. Башҡорт йолаларына таянып яҙылған әҫәрҙең рус телендә яңғырауы тамашасылар һанын арттыра. Ғәҙеллек, ҡағиҙәләргә буйһоноу, бурыс һәм мөхәббәт тойғоларының һәр милләт өсөн уртаҡ икәнлеген раҫлай. Премьера дирижеры итеп Салауат Низаметдинов менән опера яҙған мәлдә бергә эшләгән Валерий Платонов саҡырылғҡан. Ҡуйыусы рәссам – Петербургтан Екатерина Малинина. Төбәк мәҙәниәте менән яҡындан танышыр өсөн уға Милли музейҙа булырға, башҡорт йолаларын белгән кешеләр менән аралашырға тура килгән. Диуана ролен ба