Найти тему

Ғибәҙәт төшөнсәһе нимәне аңлата?

Ғибәҙәт төшөнсәһе нимәне аңлата?

⭕️ Яуап:

ا
سمٌ جَامِعٌ لـِكُلِّ مَا يُحِبُهُ الله وَيَرْضاهُ مِن الأقْوَالِ, والأعمالِ الظَّاهِرَةِ والبَاطِنَةِ

Ғибәҙәт – ул Аллаһ яратҡан, Уны ҡәнәғәт иткән асыҡ һәм йәшерен һүҙ һәм ғәмәлдәрҙең һәр береһен үҙ эсенә алған дөйөм төшөнсә.


Һәм был төшөнсәне Әхмәд ибн 'ӘбдүлХәлим ибн Тәймийә (رحمه الله) үҙенең "Әл-Ғүбүдиййә" китабында килтерә.

[Ғибәҙәт Аллаһтан башҡа берәүгә лә сарыф ителергә тейеш түгел]

➖➖➖➖

📌 Быға киләһе дәлилдәр килтерелә

✔️Аллаһ әйтә:

إِن تَكْفُرُوا فَإِنَّ اللَّهَ غَنِيٌّ عَنكُمْ وَلَا يَرْضَى لِعِبَادِهِ الْكُفْرَ وَإِن تَشْكُرُوا يَرْضَهُ لَكُمْ

"Әгәрҙә көфөрлөк килтерһәгеҙ, Аллаһ Байҙыр, һеҙҙең иманығыҙға мохтаж түгел. Ләкин Аллаһ үҙ ҡолдарының көфөрлөгөнә риза түгел. Ғибәҙәт ҡылып шөкөр итеүегеҙгә Ул риза булыр"


(Әз-Зүмәр сүрәһе, 7-се аят).

➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖

✔️Аллаһ әйтә:

وَمَا أُمِرُوا إِلَّا لِيَعْبُدُوا اللَّهَ مُخْلِصِينَ لَهُ الدِّينَ حُنَفَاءَ وَيُقِيمُوا الصَّلَاةَ وَيُؤْتُوا الزَّكَاةَ وَذَلِكَ دِينُ الْقَيِّمَةِ

" Китап әһелдәре Аллаһ тарафынан Уға берәүҙе лә тиңдәш итмәйенсә ғибәҙәтте йүнәлтеп, Уның ризалығы өсөн генә дин тотоп Уға ғына итәғәт итергә, һәм намаҙ үтәргә, зәкәт бирергә бойоролдолар. Бына ошо инде тура дин!"


(Әл-Бәййинә сүрәһе, 5-се аят).

➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖

✔️Аллаһ әйтә:

يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا ارْكَعُوا وَاسْجُدُوا وَاعْبُدُوا رَبَّكُمْ وَافْعَلُوا الْخَيْرَ لَعَلَّكُمْ تُفْلِحُونَ

" Эй, иман килтергәндәр! Рөкүғкә китегеҙ, сәждә ҡылығыҙ, һәм Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ (табынығыҙ). Хәйерле (изге) ғәмәлдәр ҡылығыҙ. Шул осраҡта ғына, уңышҡа өлгәшерһегеҙ"


(Хәдж сүрәһе, 77-се аят).

➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖➖

✏️Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде.
Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди.

#балаларға

https://t.me/kanzulatfalbashkortsa

Нимә ул Ислам?
Ислам Мелеуз Башкортостан - китаптар13 февраля 2024