Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишектәрегеҙҙе асығыҙ: һайлау комиссияһы вәкиле килә!

17 февралдә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда, “ИнформУИК” проекты башлана. Проекттың инициаторы - Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы. 2024 йылдың 17 февраленән 7 мартына тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары, йәғни тикшереүселәр, халыҡҡа Рәсәй Федерацияһы президентын һайлау тураһында мәғлүмәт биреү өсөн республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында фатирҙар буйлап йөрөп сығасаҡ. Һайлау алды “иҫәп алыу”ҙың бурысы – теркәлгән һайлаусылар исемлеген асыҡлау, ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләү, өйҙә тауыш биреүгә ғариза ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү. Өй һайын йөрөп сығыусыларҙы еңел генә танырға мөмкин: улар зәңгәр яҙыулы аҡ төҫтәге накидка кейәсәк. Үҙе менән: - зәңгәр туҡыманан тегелгән сумка-шопер - күкрәккә таға торған билдә - участка һайлау комиссияһы ағзаһының исем-фамилияһы һәм атаһының исеме күрһәтелгән, күк мисәт һуғылған һәм участка һайлау комиссияһы рәйесе ҡул ҡуйған таныҡлығы - “ИнформУИК” ҡушымтаһы менән телефон - мәғлүмәт лифлеты һәм теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт бирелгән листовка. “Информ УИК”-та ҡатнашыусылар махсус мобиль ҡушымта менән ҡуллана, унда тиҙ генә анкета мәғлүмәттәре индерелә. Барыһы ла халыҡ иҫәбен алғандағы кеүек. Комиссия ағзалары анкетаға ярашлы һорауҙар бирәсәк. Бөтөн процесс бер нисә минут ваҡытты аласаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов. – Эш ваҡытында был кешеләргә агитация үткәреү, мәғлүмәт еткереү тыйыла. Хөрмәтле республика халҡы, уларға булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерәбеҙ”. Олег Яровиков фотоһы.