Нуриман районында "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә Төнгө волейбол лигаһы уйындары тамамланды. Турнир махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Нуриман районы егете Марат Әхмәтйәновтың иҫтәлегенә арналды. Ярыштарҙа район ойошмаларынан һәм учреждениеларынан 14 команда ҡатнашты. Матчтар кискеһен Красная Горка ауылының физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте. Турнир йомғаҡтары буйынса төнгө лига еңеүсеһе һәм күсмә кубокка шәхси эшҡыуарҙар командаһы эйә булды. Улар шулай уҡ премьер-лигала беренсе урын яуланы, икенсе урында – уҡытыусылар йыйылмаһы волейболсылары, өсөнсөлә – "Оҫталар" командаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы командаһы. Юғары лигала Эске эштәр министрлығы командаһы еңде, көмөш миҙал – "Егеттәр" командаһында, бронза призерҙар– Рәсәй электр селтәрҙәре компанияһы командаһында. – Мин дә Төнгө волейбол лигаһы уйындарында ихлас ҡатнаштым. Уйындар күңелле һәм тулҡынландырғыс барҙы. Хеҙмәт коллективтарын