Найти в Дзене

Бер юлы ике модулле пункт асылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Белорет районында ике яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеларының береһе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында урынлашҡан, ул 200-ҙән ашыу пациентты хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер Әлфиә Ғәлина халыҡты ҡабул итәсәк. Икенсе ФАП Үткәл ауылында асылды. Уға 300-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Мобиль пунктҡа фельдшер Айһылыу Йомағужина етәкселек итә. Һәр мобиль пунктта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн саҡырыу төймәһе һәм пандустар урынлаштырылған. Биналар яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. – Хәҙер ауыл халҡы сифатлы тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Биналар яҡты һәм уңайлы, халыҡ уларҙы тейешенсә баһалар тип уйлайым, – тип билдәләне Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын я

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Белорет районында ике яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеларының береһе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында урынлашҡан, ул 200-ҙән ашыу пациентты хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер Әлфиә Ғәлина халыҡты ҡабул итәсәк. Икенсе ФАП Үткәл ауылында асылды. Уға 300-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Мобиль пунктҡа фельдшер Айһылыу Йомағужина етәкселек итә. Һәр мобиль пунктта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн саҡырыу төймәһе һәм пандустар урынлаштырылған. Биналар яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. – Хәҙер ауыл халҡы сифатлы тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Биналар яҡты һәм уңайлы, халыҡ уларҙы тейешенсә баһалар тип уйлайым, – тип билдәләне Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Белорет район хакимиәте.