Аллаһ Тәғәлә(ﷻ) беҙгә ниндәй дүрт нәмәне аңлауҙы (белеүҙе) йөкмәткән?
Яуап:
Беренсеһе, ғилем алыу, йәғни Аллаһ(ﷻ) тураһында, Уның пәйғәмбәре Мүхәммәд(ﷺ) тураһында һәм Ислам динен дәлилдәргә таянып (Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәр Сөннәте) өйрәнеү.
Икенсеһе, шул Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәр(ﷺ) Сөннәтенә нигеҙләнгән ғилемгә ярашлы ғәмәл ҡылыу
Өсөнсөһө, шул Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәр(ﷺ) Сөннәтенә нигеҙләнгән ғилемгә (дингә) башҡаларҙы саҡырыу (дәғүәт ҡылыу)
Дүртенсеһе, ғилем алғанда (динде өйрәнгәндә), ғәмәл ҡылғанда һәм дәғүәт ҡылыуҙа осраған төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарата сабырлыҡ күрһәтеү وَ الدَّلِيلُ قَوْلُهُ تَعَالَى: Һәм быға дәлил булып килә "әл-Ғаср" сүрәһе : بِسْمِ اللهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ {وَالْعَصْرِ إِنَّ الأِنْسَانَ لَفِي خُسْرٍ إِلاَّ الَّذِينَ آمَنُوا وَعَمِلُوا الصَّالِحَاتِ وَتَوَاصَوْا بِالْحَقِّ وَتَوَاصَوْا بِالصَّبْرِ} “Ваҡыт менән ант Итәмен. Дөрөҫлөктә, барлыҡ кешелек хәсрәттәлер. Иллә-мәгәр кемдәре дөрөҫ юл менән ысын иман (Ҡөръән һәм Сөннәт ғилеменә ярашлы) килтереп, шуға таянып ғәмәл ҡылып, бер-береһен хаҡҡа саҡырып, төрлө мәшәҡәттәргә, ауырлыҡтарға ҡарата сабыр булырға өндәүселәр генә хәсрәткә дусар булмаҫтар”.
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың "Балалар өсөн хазина" китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе : Әбү Әхмәд ҒәбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa