Ике йыл элек интернет селтәрендә Ишембай районынан Кәрим исемле малайҙың “Мин – башҡорт! Бауырым – башҡорт, йөрәгем – башҡорт, һөйәгем - башҡорт!” тип йырлаған видеояҙмаһы таралғайны. Әле уның әсәһе Гөлнур Әхмәҙи ҡыҙы Кәримдең "Урал батыр" эпосын башҡарыуын төшөрөп һалды. Егет үҫкән, уға - ете йәш, мәктәптә, 1-се класта, уҡып йөрөй. Рухлы ул үҫтергән атай менән әсәйгә лә, Кәримдең үҙенә лә "Афарин!" тибеҙ. Ике йыл элек Кәримдең әсәһе Гөлнур Әхмәҙи ҡыҙы менән әңгәмә ҡорғайныҡ. Бөгөн ошо әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға ҡабатлап тәҡдим итәбеҙ. Бынан бер нисә көн элек интернет киңлектәрендә бәләкәй малайҙың үҙенсә йыр ижад итеп яҙҙырған видеояҙмаһы таралды. “Мин – башҡорт! Бауырым – башҡорт, йөрәгем – башҡорт, һөйәгем - башҡорт!” тип йырлаған рухлы малай кем ул? Комментарийҙарҙа был һорауҙы биреүселәр күп булды. Һеҙҙе башҡорт рухлы Кәрим атлы шәп егет менән таныштырырға ашығабыҙ. Уға биш йәш, атаһы, әсәһе менән Ишембай районының Аҙнай ауылында йәшәй. Беҙ Кәримдең әсәһе Гөлнур Әхмәҙи ҡыҙы менән телефон аша аралаштыҡ. - Иптәшем Венер Ғибәҙәтулла улы Хәмиҙуллин Себер тарафтарында эшләй. Мин мал ҡарарға сыҡҡан арала Кәрим ошо видеоны яҙҙырып, атаһына ебәргән. Ул бер иптәшенә күрһәткән, шулай итеп таралып киткән, - тип башланы ул һүҙҙе. - Интернетта улығыҙҙың видеояҙмаһын күргәс, быны нисек ҡабул иттегеҙ? - Башта аптыраным, ҡыйыныраҡ булды. Атаһы ла шундайыраҡ хистәр кисерҙе. Видеоны интернетҡа таратҡан кеше шылтыратып ғәфү үтенде. Эштә коллегаларым: “Ниңә уңайһыҙланаһың? Киреһенсә, ғорурланырға кәрәк шундай улың менән!” – тип дәртләндерҙе. Хәҙер тынысландым (көлә). Шулай ҙа күҙ теймәһен тип кенә торабыҙ, Кәрим беҙҙең күҙ менән ҡаш араһында, ҡәҙерләп кенә үҫтергән бер бөртөк улыбыҙ. - Ысынлап та, улығыҙ менән ғорурланырлыҡ шул! Ә ундай рухи тәрбиәне баланың күңеленә нисек бирәһегеҙ? - Ғаиләлә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Беҙ атаһы менән үҙ-ара һөйләшкәндә яңылыш рус һүҙҙәрен ҡыҫтырһаҡ, Кәрим шунда уҡ төҙәтә. Башҡортса йәнһүрәттәр ҡарай, йырҙар йырлай. Әлеге ваҡытта "Салауат нисә йәшендә?” тигән йырҙы өйрәнәбеҙ. Атаһы – изге динебеҙ юлында. Уға эйәреп, Кәрим дә намаҙ ғәмәлен, ғәрәп алфавитын өйрәнә. - Ә әлегәсә ошондай видеолар, йырҙар яҙҙырғаны бар инеме? - Эйе, йыш яҙҙыра ул. Беҙ артыҡ әһәмиәт бирмәй инек. Ҡарайбыҙ ҙа юябыҙ, тигәндәй. Был видеоһының шул тиклем таралып китеүе үҙебеҙ өсөн дә ҡыҙыҡ булды. Бына ошолар хаҡында һөйләне Гөлнур Әхмәҙи ҡыҙы. Ул үҙе күрше Һайран мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Ә беҙ рухлы, матур башҡорт ғаиләһенә именлек-һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ һәм шундай ул үҫтереүҙәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Киләсәктә Ишембайҙан Кәрим атлы рухлы башҡорт егетенең матур эштәрен күреп һоҡланырға, ғорурланырға яҙһын! Фото һәм видео: ғаилә архивынан.
Бауырына тиклем башҡорт булған малайҙы иҫләйһегеҙме?
13 февраля 202413 фев 2024
2 мин