Башҡортостандан Вьетнамға өс партия ҡайын таҡтаһы оҙатылды. Күләме 126 кубометр булған был бысылған материалды Ҡыйғы районындағы предприятие етештерегән, тип хәбәр итәләр “Россельхознадзор” идаралығында. Күҙәтеү идаралығы экспортҡа оҙатырға әҙерләнгән ағасты тикшерҙе: уны ҡабул итәсәк ил өсөн карантин ҡоротҡостары асыҡланмаған. Бынан алдараҡ беҙҙең республиканан шулай уҡ Нидерландыға һәм Германияға ла 13,8 мең тонна көнбағыш һығынтыһы оҙатылғайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ”.