Бөгөн, 13 февралдә, 09.45 сәғәттән түбәндәге юл участкаларында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорты өсөн ваҡытлыса хәрәкәт сикләүҙәре индерелә: М5 “Урал” трассаһында 1494 - 1548 һәм 1548 - 1780 километрҙа (Иглин районы, Шаҡшанан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем). Хәрәкәтте туҡтатыуҙың яҡынса тамамланыу ваҡыты 13 февраль 17.00 сәғәт. Шулай уҡ 13 февралдә 11.30 сәғәттән тағы ла ете юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән. Пассажир һәм ҙур йөк ташыусы автотранспорт саралары өсөн сикләү 14 февралдең 10.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә ҡала: - Өфө - Инйәр - Белорет 0 – 222 километрҙа (Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет райондары); - Өфө - Бөрө - Яңауыл 33 - 214 километрҙа (Бөрө, Благовещен, Мишкә, Ҡалтасы, Борай һәм Яңауыл райондары); - Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы 0-дән 148 километрҙа (Бөрө, Мишкә һәм Ҡариҙел райондары) - Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе 0 - 98 километрҙа (Борай, Балтас һәм Тәтешле райондары); - Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск 134-275 километрҙа (Белорет, Әбйәлил райондары); - Нефтекама - Яңауыл 0 - 49 километрҙа (Краснокама, Яңауыл райондары); - Яңауыл - Үрге Тәтешле 0 – 54 километрҙа (Яңауыл һәм Тәтешле райондары). Шулай уҡ Өфө ҡалаһына йөк автотранспортының инеүе 13 февралдең 17.00 сәғәт тиклем сикләнгән. Фото: mchsrb.