Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рәмзиә 25 йыл балыҡ тотоу менән мауыға

Рәмзиә Мифтахетдиноваға - 56 йәш, ул 25 йыл балыҡ тотоу менән мауыға. Биҙәнгестәргә иҫем китмәй, миңә ҡармаҡ ҡына булһын, ти ул.Рәмзиә үҙен ҡышҡы балыҡсы тип атай. Йәй көндәрен яратҡан шөғөлөнә сарыф итмәй, сөнки йәйгеһен ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәттәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Балыҡсы ханымдың эш урыны ла ғәҙәти түгел - ул ҡала зыяратында эшләй.– Балыҡ тотоу - ирҙәр шөғөлө, тип әйтеүселәр менән килешмәйем. Хоккей, футбол да ирҙәр уйыны, әммә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай, - ти Рәмзиә ханым. Һеҙҙең арала балыҡ тоторға яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар бармы? Фото һәм текст сығанағы: "Сәләм" телеканалы (https://vk.com/telekanal_salyam).