Федоровка районының 1-се Федоровка мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы – 2024” конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Сара "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Ике конкурс көнө бер тында үтте – уҡытыусылар дәрес, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, тәжрибә һәм новаторлыҡ идеялары менән уртаҡлашты. Иң мөһиме – улар эштәрендә оҫталыҡтарын күрһәтте. Бөтә уҡытыусылар ҙа бер-береһенә оҡшамаған, тәжрибәләре һәм квалификация категориялары төрлө, ләкин уларҙы һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡтары, яратҡан эштәре менән мауығыуҙары, уҡыусыларын сифатлы итеп уҡытыу һәм яҡшы итеп тәрбиәләү теләге берләштерә. Бөтә башҡарылған эштәр йомғаҡтары буйынса “Йыл уҡытыусыһы – 2024” район конкурсы еңеүсеһе тип Кузьминовка ауылындағы Советтар Союзы Геройы Н.Т. Антошкин исемендәге мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ирина Лебедева танылды, ә Федоровка 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимур Мөлөков “Йәш йыл уҡытыусыһы – 2024”конкурсында еңеү яуланы. Башҡа педагогтар төрлө номинацияларҙа лауреат исеменә ла