Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров рустар соборы әүҙемселәре менән осрашты

12 февралдә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибендә – төбәк үҫешенең мөһим мәсьәләләре, шулай уҡ йәмәғәт берекмәһенең эшмәкәрлеге, уның власть органдары һәм халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеүе. Осрашыу башланыр алдынан төбәк етәксеһе Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең йәш рәссамдары һәм “Масксети “Щит” Өфө” хәрәкәте ирекмәндәре менән аралашты. Виктор Пегов исемендәге Өфө сәнғәт мәктәбендә һигеҙ бүлексә эшләй, бөтәһе 1 200-гә яҡын бала белем ала. Йәмғеһе 5 меңгә яҡын бала бында уҡып сыҡҡан. Улар араһында – музыканттар, хореографтар, рәссамдар, архитекторҙар, дизайнерҙар. – Балаларыбыҙ Рәсәй тарихына арналған картиналар ҙа төшөрә. Шул рәүешле улар бөйөк ватандаштарыбыҙҙың биографияһын, уларҙың данлы юлын өйрәнә, – тине мәктәп кураторы, Башҡортостандың Рәссамдар союзы рәйесе Владислав Пегов. – Беҙҙең планда – республикала Сәнғәт академияһының белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәсәк бүлексәһен булдырыу. Художество академияһының төбәк бүлексәһен асыу тураһында һөйләшеүҙәр тәүге йыл ғына бармай һәм Мәҙәниәт министрлығына ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. “Масксети “Щит” Өфө”ирекмәндәр ойошмаһы Башҡортостандың баш ҡалаһында һәм республика райондарында бер нисә тиҫтә етештереү нөктәләрен асты. Ойошма цехтарының береһе Башҡортостан рустары соборы урынлашҡан бинала эшләй. – Беҙгә бушлай ҙур яҡты бүлмә бирҙеләр. Бында иртәнән кискә тиклем эш ҡайнай, көн һайын 30-ға яҡын кеше эшләй, – тип һөйләне ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Люциә Тураманова. – Беҙ 1000-дән ашыу маскировка селтәре әҙерләнек инде. Уларҙы гуманитар йөктәр составында беҙҙең яугирҙәргә оҙатабыҙ. Радий Хәбиров ирекмәндәргә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм мөһим миссияны башҡарыуҙарын билдәләне, сөнки маскировканың сифатына алдынғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙең ғүмере бәйле. Башҡортостан рустары соборы вәкилдәре менән осрашыуҙа республика Башлығы уларға йәмғиәтте туплау буйынса мөһим социаль миссияны үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Тормош республикабыҙҙы, бөтә илде берләштереү өсөн уникаль мөмкинлек бирҙе. Һеҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Татарҙар конгресы, Сыуаштар канашы, башҡа милли-мәҙәни берләшмәләр менән бергә барыбыҙ өсөн дә мөһим бәйләүсе звено булып тораһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ быуаттар дауамында дуҫ йәшәйбеҙ. Беҙҙә бик көслө милләт-ара һәм конфессия-ара берҙәмлек бар. Күптән түгел Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл асыу тантанаһына беҙгә Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов килде. Осрашыу ваҡытында ул, республикабыҙ - милләт-ара татыулыҡ кимәле буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе, тип билдәләне. Республиканың идара итеү командаһы, предприятиелар һәм ойошмалар, Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә бергәләп ярҙам итә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бының өсөн иҡтисадтың төрлө тармаҡтарының эшен дә тәьмин итеү мөһим. 2023 йылдың йомғаҡлау күрһәткестәре Башҡортостандың тотороҡло үҫешеүе, байтаҡ йүнәлештәр буйынса ыңғай динамика күрһәтеүе тураһында һөйләй. – Беҙ асылда Рәсәйҙең булыу мәсьәләһен үҙебеҙҙең принциптар, ҡиммәттәр һәм ориентирҙар менән хәл итәбеҙ. Был – мөһим мәсьәлә, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы республикала тормошҡа ашырылған ҙур тарихи һәм социомәҙәни проекттар хаҡында ла һөйләне. Был йыл һайын үткәрелеүсе “Китап байрамы” китап йәрминкәһе, “Әйҙә, уйнарға” балалар фестивале, шулай уҡ бер нисә ғилми һәм мәҙәни объекттар төҙөлөшө, атап әйткәндә, Шишмә районында асыласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы. – 2024 йылдың йәйендә буласаҡ музей комплексы биләмәһендә ҙур визит-үҙәк асабыҙ. Уға әлеге ваҡытта Башҡортостандың Милли музейында һаҡланған Осман Ҡөрьәненең күсермәһен тапшырасаҡбыҙ. Экспозицияны православие ҡомартҡылары ла тулыландырыр тип уйлайбыҙ, – тине Хәбиров. – Киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейы ҙур ғилми һәм туристик үҙәккә әүереләсәк. Тағы ла бер фәнни-ағартыу үҙәге – Евразия донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың февраль башында Рәсәй Президенты Владимир Путин кампустың беренсе сиратын – IQ-паркты асыуға старт бирҙе. – Унда Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе офисын асыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был бинала һеҙҙең мәғрифәтселек проекттары өсөн дә майҙансыҡ бирергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, былтыр әүҙем эшләгәндәре өсөн Рустар соборы вәкилдәренә рәхмәт белдерәм. Эшмәкәрлегегеҙ беҙҙең йәмғиәтте нығытыуға булышлыҡ итә. Был бик мөһим. Башҡортостан рустары соборы идараһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов йәмәғәт берекмәһе эшенең төп йүнәлештәре һәм йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеү тураһында һөйләне. Ойошма вәкилдәре республиканың ваҡиғалары көн тәртибендә, шулай уҡ федераль сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар иҫәбендә – мәҙәни һәм аң-белем таратыу фестивалдәре, традицион халыҡ байрамдары, шул иҫәптән Бөрөлә киң таралған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Йәмәғәт ойошмаһы башланғыстарының күбеһе республика кимәлендә грант ярҙамы ала. Бынан тыш, Рустар соборы активистары махсус хәрби операцияға булышлыҡ итә, Донбассҡа гуманитар йөктәр ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Валентин Павлов билдәләүенсә, берекмә вәкилдәре 2024 йылдың май аҙағында үтәсәк Башҡортостан рустары соборының съезына, шулай уҡ йыл һайын үткәрелгән “Китап байрамы” йәрминкәһендә ҡатнашырға әҙерләнә. Ойошма идараһы етәксеһе Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙҙың тыуған төйәген, бөтә илде үҫтереүгә индергән өлөшөнә арналған альманах булдырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы. – Был ҡыҙыҡлы тәҡдим. Ундай кешеләр тураһында һөйләргә кәрәк. Проект даими һәм, иң мөһиме, сифатлы булырға тейеш. Башҡорттар, рустар, сыуаштар, татарҙар, удмурттар, мордвалар – Башҡортостандың бөтә халыҡтары вәкилдәре тураһында һөйләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Артабан Башҡортостан Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан рустары соборы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев осрашыуҙа 1982 йылда төҙөлгән Рус дәүләт академия драма театры бинаһын капиталь ремонтлау темаһын билдәләне. Республика Башлығы проекттың мотлаҡ тормошҡа ашырыласағын хәбәр итте. – Театрҙы мотлаҡ төҙөкләндерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ Ҡурсаҡ театрының яңыртылғанын күрәһегеҙ. Хәҙер Өфө дәүләт циркын тәртипкә килтереү бурысы тора. Төҙөкләндереү эштәрен, финанс мөмкинлектәрҙән сығып, 2025 йәки 2026 йылда башлайбыҙ. Өфөлә шулай уҡ яҡшы музыка залын төҙөргә кәрәк. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Родина Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда Советтар Союзы Геройы исемен алған берҙән-бер ҡатын Наталья Ковшоваға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. – Башланғысығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Мотлаҡ героинябыҙға һәйкәл ҡуйырбыҙ, – тип ризалашты Радий Хәбиров. – 7 февралдә Ленин исемендәге паркта Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйҙыҡ. Быйыл республика менән егерме йыл етәкселек иткән Миҙхәт Шакировҡа Өфөлә һәйкәл асырға теләйбеҙ. Григорий Аксаков һәйкәленең проекты әҙер ҙә инде. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү урыны булған Бөрөлә Петр һәм Феврония хөрмәтенә скульптура композицияһы ҡуйырға планлаштырабыҙ. Минең ҡарашҡа, беҙ күренекле дипломат Кәрим Хәкимовтың да иҫтәлеген мәңгеләштерергә тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, беҙҙең бурыс – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙар мемориалын булдырыу. Һәйкәлдәр ҡуйыу парктарҙы һәм скверҙарҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, быйыл Ленин исемендәге паркты реконструкциялауҙы башларға ҡуштым. Рустар соборының Өфө ҡала бүлексәһе рәйесе Андрей Басов һабантуй байрамының спорт программаһына рус уйындарын индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Был байрам майҙансыҡтарында ойошторолған Башҡортостан халыҡтарының милли ихаталарына өҫтәмә буласаҡ. – Республикабыҙ өсөн һабантуйҙар күптән инде күп милләтле ваҡиғаға, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде, – тине Радий Хәбиров. – Төбәктең Спорт министрлығына улар һеҙҙең тәҡдимде ҡараһын, иң мөһиме, бөтә спорт ярыштары тамашасылар өсөн хәүефһеҙ булһын тигән бурыс йөкмәтәсәкмен. Башҡортостан рустары соборы идараһы етәксеһе урынбаҫары Виктор Пчелинцев төбәктә йәшәгән төп этнос вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәрҙе йышыраҡ үткәрергә тәҡдим итте. – Беҙгә, ысынлап та, осрашырға, бер-беребеҙ менән һөйләшергә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Рустар соборы вәкилдәре Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге музей төҙөгәне өсөн республика Башлығына рәхмәт белдерҙе. – Уны быйыл майҙа асырға ниәтләйбеҙ. Бынан һуң Башҡортостандың кире ҡайтарылған исемдәре музейын проектлай һәм төҙөй башлайбыҙ, унда билдәле яҡташтарыбыҙға арналған экспозициялар урынлаштырырбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Осрашыу һуңында республика Башлығы Рустар соборы вәкилдәренә конструктив диалог һәм әүҙем йәмәғәт эше өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙҙең ҡараштар тап килә – традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн файҙалы эштәр, – тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙарҙан һуң беҙ һәр ваҡыт бойомға ашырасаҡ йөкләмәләр исемлеген әҙерләйбеҙ. Минеңсә, бөгөн файҙалы һөйләшеү булды. Алда сыуаштар канашы һәм татарҙар конгресы менән осрашыуҙар көтә. Был ойошмаларҙың потенциалы элек тулыһынса ғәмәлгә ашырылмағандыр, ә ул бик көслө, тип уйлайым. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.