Өфөләге вуз-ара кампустың беренсе сираты бинаһында урынлашҡан Өфө фән һәм технологиялар университетының геном һәм постгеном технологиялар лабораторияһында нәҫел сирҙәре үҫеше хәүефен алдан күҙаллау буйынса эш алып барыласаҡ. Был турала Өфө фән һәм технологиялар университетының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, геном һәм постгеном технологиялар лабораторияһы мөдире Александра Карунас һөйләне. - Яңы лабораторияның эшмәкәрлеге кешелә нәҫел һәм күп факторлы сирҙәрҙең молекуляр генетикаһы буйынса фәнни-тикшеренеү, шулай уҡ башҡа төрлө эҙләнеү-тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелә. Уларҙың маҡсаты – төрлө генетик панелдәрҙе һәм киң таралған күп факторлы сирҙәрҙең үҫешеүе хәүефен прогнозлау ысулдарын һәм нәҫел сирҙәренең ДНК-диагностика алгоритмдарын эшкәртеү, - тине ул. Геном һәм постгеном технологиялары лабораторияһында фәнни-белем биреү эшмәкәрлеге сиктәрендә компетенциялы квалификациялы белгестәр әҙерләнәсәк. Бында Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары эшләйәсәк. Студенттар ҙа заман геном технологияларын үҙләштереү мөмкинлеге аласаҡ, сығарылыш квалификациялы эштәрен уникаль ҡорамалдарҙа башҡарасаҡ. Бында ваҡыттарын фәнгә күберәк бүлгәнгә, уларҙы тикшеренеү һәм инновациялы эшмәкәрлек үҙенә нығыраҡ ылыҡтырасаҡ. Белешмә: кампус проекты – ул 4 мең кешегә йәшәү урыны, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эш зоналары, магазиндары, скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған 146 000 кв.метрлыҡ студенттар киңлеге. Вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән Рәсәй Мәғариф министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23001/
Нәҫел сирҙәренең үҫешеү хәүефен алдан күҙаллау буйынса лаборатория эшен башлай
12 февраля 202412 фев 2024
1 мин