2023 йыл йомғаҡтары буйынса, “Башспирт” компанияһының саф табышы – 24,5 миллиард һум килемдә 251 миллион һумға, ә етештереүҙе үҫтереүгә инвестицияларҙың дөйөм күләме 450 миллион һумға еткән. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Рәйеф Әбдрәхимов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. – Беҙ республикалағы ҙур предприятиеларҙың докладтарын даими тыңлайбыҙ. Бөгөн “Башспирт” компанияһының 2023 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын һәм 2024 йылға пландарҙы ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. Отчет йылында “Башспирт” үҙ тарихында тәүге тапҡыр 50 миллион литрҙан ашыу алкоголь продукцияһы етештерҙе, был 2022 йылға ҡарағанда 14 процентҡа күберәк. Ә уны һатыу 17 процентҡа, 50,8 миллион литрға тиклем артҡан. Ошондай динамиканы, шул иҫәптән республиканан ситкә 30 миллион литрҙан ашыу тейәп оҙатылған тауарҙарҙың 25 процентҡа артыуы тәьмин итте, тип аңлатты Рәиф Әбдрәхимов. – 2023 йылда предприятиеның табышы 23 процентҡа артты, ә түләнгән һалымдар суммаһы – 34