Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙә “Милли ҡаҙаныштар форумы: йәштәр сәйәсәте” тамамланды

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты командаһы стенд ҡунаҡтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре, мини-викториналар, психологик диагностика лабораторияһы эшен ойошторҙо. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың милли кейемдә фото төшөү мөмкинлеге лә булды. Өс көн дауамында төбәк стенды ҡунаҡтары Башҡортостандың йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәттәр алды, шулай уҡ ҡыҙыҡлы эшмәкәрлектә ҡатнашты. Йәштәр сәйәсәтенең тематик көндәрен Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Рәсәй субъекттарында йәштәр сәйәсәте менән етәкселек иткән төбәк власть органдары менән берлектә ойошторҙо. Фото: видеонан скриншот.