Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡышҡы селләлә тамсы тамһа...

Белеүегеҙсә, 8 ғинуарҙан 18 февралгә тиклем ҡышҡы селлә башланды. Ул ҡырҡ көн бара һәм йылдың иң һыуыҡ осоро булырға тейеш ине лә бит. Февраль селләһе һыйыр мөгөҙөн һындырыр, ти торғайны ололар. Быйылғы ҡышҡы селлә кинәт һыуыта, ҡапыл иретә. Боронғо һынамыштарға ла тура килмәй. Әммә шуныһы: күп ҡыйыҡтарҙа боҙбармаҡтарҙың оҙонлоғона ҡарап, өләсәйҙәрҙең әйткәне хәтергә төшә. "Селләлә боҙбармаҡтарға ҡара, улар ни тиклем оҙонораҡ булһа, яҙ шул тиклем оҙон була", - ти торғайнылар. Әбйәлил районына сираттағы командировкаға барғанда, күрәһегеҙме, мин ниндәй оҙон боҙбармаҡҡа юлыҡтым. Уның башҡа килеп төшһә, иҫән-һау ҡотолормон да тимә... Ә һеҙҙең яҡтарҙа боҙбармаҡтар күренәме? Булһа, фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ әле. Автор фотоһы.