"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға. Рәсәй Фәндәр академияһының юбилейына арналған төп саралар быйыл йәй Санкт-Петербургта уҙа. Фәнни форумдарҙан Башҡортостан ғалимдары а ситтән ҡалырға тейеш түгел. Сөнки, республиканың ғилми өлкәһендә эшләүселәрҙең уртаҡлашыр тәжрибәһе бихисап. Ә Рәсәй Фәндәр академияһы составындағы Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты юбилей йылын нисек ҡаршылай, ниндәй бурыстар ҡуя? Ошо һәм башҡа һорауҙарға студия ҡунағы — Институт директоры, фәйләсүф фәндәр докторы, профессор Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина яуап бирә. Смотрите видео -------------------------- Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии! Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».