Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ

Былтыр Баймаҡ районының күп кенә белем усаҡтары “Мәктәп инициативалы бюджетлау программаһы”нда ҡатнашты. Башланғыстың төп маҡсаты – уҡыусыларҙы үҙҙәре белем алған мөхитте тағы ла уңайлыраҡ, яҡшыраҡ итеү эшенә, бюджетҡа бәйле мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул итергә өйрәтеү. Билдәле булыуынса, рәйондан өс мәктәп республика конкурсында еңеү яуланы. Улар – Түбә мәктәбенең “Модулле китапхана”, яраттарҙың “Таҙа һауа” һәм Байым мәктәбенең “Һанлы биләмә” тип аталған проекттары. Әлеге программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә информатика бүлмәһендә ремонт эштәре башҡарҙыҡ, яңы өҫтәлдәр һәм уңайлы ултырғыстар, заманса ноутбуктар һатып алдыҡ. Уҡыу бүлмәһе яҡты, сағыу төҫ алды, балаларға бик оҡшаны. Күптән түгел Баймаҡ районының мәғариф бүлегендә 2024 йылда “Мәктәп инициативалы бюджетлау программаһы”на әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте. Унда Байым, Байыш, Сәйғәфәр, Билал, Ҡуянтау, Ишмырҙа, Ярат, Түбә, 1-се Этҡол һәм Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Һанап үтелгән мәктәптәр араһында ла еңеүселәр булыр һәм балаларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ А. Вәлитов, Баймаҡ районының Мөхтәр Байымов исемендәге Байым төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.