Үҙеңдең әйләнә-тирәңдәге тормошто күпкә яҡшыраҡ итеү һәр кемдең ҡулынан килә, бының өсөн теләк һәм фекерҙәштәр генә кәрәк. Был хәҡиҡәтте Әлшәй районының Ғәйниямаҡ ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла аныҡ белә һәм улар, инициатив төркөм төҙөп, “Киләсәктең мәктәп ашханаһы” тигән проект эшләне һәм мәктәп инициативалы бюджетлау программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. Уҡыусыларҙың был башланғысы заманса ҡорамалдар һатып алыуҙы, дөрөҫ туҡланыуҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен киңерәк танытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ни өсөн тигәндә, бала организмының үҫешендә, сәләмәтлек торошонда туҡланыу ғәйәт ҙур роль уйнай. Бар йәһәттән дә уйланған дөрөҫ туҡланыу балалар һәм үҫмерҙәр организмын тышҡы мөхиттең насар тәьҫиренән һаҡлай. Уҡыусыларҙы мәктәптә йылы аш менән тәьмин итеү ҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Был сәләмәтлек торошона ғына түгел, уҡыу һәләтенә лә тәьҫир итә, төрлө сирҙәрҙән һаҡланыуға, физик һәм аҡыл һәләте үҫешенә булышлыҡ итә, эшкә һәләтлелекте арттыра. “Мәктәбебеҙ ашханаһының заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Был менюны төрләндереүгә булышлыҡ итәсәк”, - ти уҡыусылар. Ғәйниямаҡ уҡыусыларының изге башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ. Фото: Ғәйниямаҡ ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенән.